Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яҡтар уртаҡ сарала ойоштороу, китапхана эшмәкәрлегенең барлыҡ йүнәлештәре буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, китапханалар араһында халыҡ-ара китап алмашыу һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса һанлы материалдар менән үҙ-ара алмашыу өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә һөйләшеп килеште.
«Китапханалар кешеләрҙе берләштерә, сөнки китаптар яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алырға мөмкинлек бирә, халыҡтар араһында мәҙәни бәйләнеш булдыра. Мәғлүмәт йәшен тиҙлегендәй таралған заманда китап дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Китапханаларыбыҙ араһында төҙөлгән килешеү беҙгә мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге барышында китап уҡыуҙы популярлаштырыу эшен ойошторорға, китапхана эше өлкәһендә бәйләнеште киңәйтергә, электрон ресурстар менән ҡулланыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә», — тип билдәләне Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы етәксеһе Марат Зөлҡәрнәев.
Башҡортостан Республикаһының Минскиҙағы рәсми делегацияһы Беларусь Республикаһының Милли китапханаһында булды. Милли китапхана Европа союзы, Европа Советы, Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың документтарын һаҡлай.
Республикабыҙ делегацияһы өсөн Белоруссияның Милли китапханаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар китапхананың социомәҙәни эшмәкәрлеге: саралар, презентациялар, экскурсиялар, күргәҙмәләр ойоштороу менән танышты, Президент-үҙәгенең Түңәрәк залында, китап музейында һәм күҙәтеү майҙансығында булды.