Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2021, 12:59

Өфөлә коронавирустан ваҡытһыҙ донъя ҡуйған Бибисара Азаматованың хәтер кисәһе була

Йырсы 2020 йылдың октябрендә үҙенең тыуған көнө алдынан донъя ҡуйҙы. Ә унан алда ул ковид-госпиталдә дауаланғайны.

«Ғүмер ике килмәй» тигән концерт 19 ноябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында була.

Тамашала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Рәил Өмөтбаев, Лилиә Ишемйәрова, Азамат Тимеров, Азат Биксурин, Лилиә Бикимерова, Фәдис Ғәниев, «Далан» төркөмө һәм башҡа популяр артистар ҡатнаша.

Бибисара Азаматова — үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. Баймаҡ һыра заводы секретары һәм директорынан алып башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһына тиклем хеҙмәт юлы үткән. Йырсының концерттарына халыҡ эркелеп килде, уның ҡабатланмаҫ башҡарыу оҫталығы һәм моңло тауышы меңләгән тыңлаусының һөйөүен яуланы, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы булды.

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: