09:53 (UTC+5), 20 Октября 2020

Өфөлә популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова вафат

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова — үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында секретарҙан алып директорға тиклем үрләй, «Нур» рестораны директоры була. Хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре. Бибисара Азаматова шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә яуаплы вазифаларҙа: Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары һәм Башҡорт хореография колледжы китапханаһы мөдире булып эшләй.
Әммә уның бөтә ғүмере йыр менән бәйле ине. 1997-1998 йылдарҙа Фәриҙә Ҡудашеваның тәҡдиме менән Бибисара Азаматова «Өфө-Ҡазан-Болғар» теплоходында башҡорт-татар концерттарында ҡатнаша башлай. 2006 йылда тыуған районында тәүге концертын ойоштора, аккомпаниаторҙар булып республикала танылған баянсылар Ридик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит, Илшат һәм Айнур Фәтиховтар сығыш яһай.
Йырсының концерттарына халыҡ күпләй йөрөй, уның ҡабатланмаҫ башҡарыу манераһы һәм матур тауышы меңләгән тыңлаусының йөрәгенә үтеп инә, ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһына әүерелә. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Фәрүәз Урманшин, Раил Өмөтбаев, Альберт Салауатов, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар менән сығыш яһай.
Ижади ғүмерендә Бибисара Азаматова үҙенең биш концертын ойоштора, алты аудиоальбом сығара. Һуңғыһы 2020 йылда сыҡты. Унда 73 йыр бар. Күп тапҡыр «Йыл йыры», «Юлдаш йыры», «Башҡорт йыры» республика йыр конкурстары лауреаты булды.
«Башинформ» йырсының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика