Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.88
0
87.1
0
77.12
+0.99
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июнь 2020, 10:18

Өфөлә филармонияның элекке солисы Сулпан Хөсәйенова ҡапыл вафат булған

Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке солисы Сулпан Хөсәйенова ҡапыл донъя ҡуйған. Уға 43 йәш булған.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрындағы коллегалары хәбәр итеүенсә (һуңғы йылдарҙа Сулпан Хөсәйенова унда гример булып эшләгән), ул өйөндә үлгән. Йыш ҡына йөрәге ауыртыуға зарланған. Уның ҡыҙы ҡалған.
Сулпан Хөсәйенова Өфө сәнғәт училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Тамашасылар уны һөйләшеү жанры артисы, концерттар алып барыусы, эстрада төркөмдәре солисы тип хәтерләй.
Хушлашыу Свердлов урамы, 47 адресы буйынса 11 июндә иртәнге сәғәт 10-да була.
Мәрхүмәнең атаһы – Башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновтың, шулай уҡ туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в