08:03 (UTC+5), 05 Декабря 2019

Өфөлә Башҡорт театрының 100 йыллығын билдәләнеләр

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт театрының 100 йыллығын билдәләнеләр. Башҡорт опера һәм балет театрында уҙған тантаналы кисәгә бөтә мәҙәни йәмәғәтселек йыйылды. Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрында иһә капиталь ремонт эштәре бара.
Фойела ХХ быуат башындағы ревоюция мөхите булдырылғайны. Ҡыҙылармеецтар, матростар, йәнлек тиреһенән тегелгән пальто кейгән сибәркәйҙәр тамашасылар менән фотоға төштө, бала-саға листовкалар тотоп тегеләй-былай йүгергеләне. Икенсе ҡатта театр оркестры уйнаны. Ике залда Башҡортостандың театр сәнғәте тарихына арналған күргәҙмәләр эшләне.
Республика башлығы Радий Хәбиров театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы.
«Республиканың 100 йыллығы йылында беҙ Башҡортостандың театр сәнғәте флагманы, күп милләтле республикабыҙҙың ғорурлығы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейын билдәләйбеҙ. Бер быуат эсендә бында тиҫтәләрсә һоҡланғыс спектакль сәхнәләштерелгән, улар республиканың ғына түгел, илебеҙҙең театр сәнғәтенең алтын фондына ингән. Һеҙҙең театрҙа арҙаҡлы режиссерҙар, актерҙар һәм рассамдар хеҙмәт итте һәм әле лә хеҙмәт итә. Бөгөн Башҡорт драма театры – Рәсәйҙә бер быуатлыҡ тарихҡа эйә профессиональ театрҙарҙың береһе — «академия» тигән юғары исемде намыҫ менән йөрөтә. Һеҙ башҡорт халҡының туған телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлайһығыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Радий Хәбиров театр хеҙмәткәрҙәрен ордендар һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне. Илһөйәр Ғәзетдиноваға, Илдар Ғүмәровҡа, Илдар Сәйетовҡа Дуҫлыҡ орденын тапшырҙылар, Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. Композитор, театрҙың музыкаль бүлеге мөдире Урал Иҙелбаев һәм актриса Эльвира Юнысова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе менән бүләкләнде. Гөлнара Әмироваға, Ирек Булатовҡа, Алһыу Ғәлинаға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», актер һәм режиссер Фирҙәт Ғариповҡа, актерҙар Римма Ҡаһармановаға, Артур Ҡунаҡбаевҡа, Руслан Хайсаровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова, тегеү цехы етәксеһе Ия Стародумова һәм театр директоры Иршат Фәйзуллин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булды.
Һуңынан республика башлығы сәхнәлә коллектив менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Башҡортостан хөкүмәте театрҙың 100 йыллығына яңы автобус бүләк итте.
Кисәнең беренсе бүлеге театрҙың мөһим этаптарына — бер быуатлыҡ тарихтың яҡты ла, фажиғәле лә биттәренә бағышланды. Мәрхүмдәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Сағыу дефиле йыйылыусыларға театрҙың абруйлы наградаларын хәтергә төшөрҙө, улар араһында ике «Алтын битлек» тә бар. Театрлаштырылған тамашала театрҙың бөтә труппаһы ҡатнашты.
Икенсе бүлек Гамлеттың «Булырғамы, әллә булмаҫҡамы» монологынан мәңгелек һорау темаһына көлкөлө скетч менән башланды һәм бик күп ҡотлауҙар менән дауам итте. Рәсәй президенты Владимир Путиндың, Мостай Кәрим исемендәге фондтың телеграммалары уҡып ишеттерелде. Ҙур экранда Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың видеоҡотлауы күрһәтелде.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика