Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2019, 09:35

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — миллəт əсəһе» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

автор
автор
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. III «Ҡатын-ҡыҙ — миллəт əсəһе» республика конкурсы йомғаҡ яһаны. Өфөлә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләргә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров һәм танылған совет биатлонсыһы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Александр Тихонов килде. Лауреаттарға награда тапшырғас, ҡунаҡ ҡатын-ҡыҙҙарға Александра Пахмутованың «Тренерҙар тураһында йыр»ын бүләк итте.
Конкурс ике этапта үтте — муниципаль һәм республика. Уға бөтәһе 300-ҙән ашыу ғариза килде. Конкурстың абруйы һәм ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл уның географияһы киңәйҙе, республиканың күп кенә райондары әүҙем ҡушылды. Һәр номинацияла («ҡатын-ҡыҙ — әсә», «ҡатын-ҡыҙ — лидер», «ҡатын-ҡыҙ — ғалимә», «ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы», «ҡатын-ҡыҙ — эшҡыуар», «ҡатын-ҡыҙ — оҫта», «өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ») иң сағыу әүҙемселәр күрһәтелде һәм өсәр еңеүсе билдәләнде. «Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы» һәм «Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ» номинацияларында бишәр еңеүсене бүләкләргә хәл иттеләр.
«Ҡатын-ҡыҙ — әсә» номинацияһында Бөрйән районынан ете бала әсәһе Роза Маликова бүләкләнде. Уның ғаиләһе бик әүҙем, улар районда һәм республикала уҙғарылған барлыҡ конкурстарҙа даими призлы урындар яулай. «Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө» номинацияһында бүләкләнгән өсәү иҫәбендә — күп йылдар Асҡын районы гәзите редакцияһына етәкселек иткән журналист Фәйрүзә Йоносова. Уның эштәре хеҙмәт һәм ауыл кешеләрен данлай. «Иң йәш йәмәғәтсе» номинацияһында матурлыҡ конкурстарының район һәм республика этаптарында еңеүсе, Стәрлебаш районынан Зөбәйеровтарҙың ғаилә фольклор ансамбле солисы Ҡәҙриә Зөбәйерова иң яҡшыһы тип танылды. Иң оло ҡатнашыусы — тегеү оҫтаһы Фәриҙә Килдейәрова. Ул Әбйәлил районында йәшәй, уға 86 йәш.
— «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» — был һүҙҙәрҙә халҡыбыҙ аҡылы сағыла. «Ир-бала үҫтерһәң — ир-ат тәрбиәләйһең, ҡыҙ бала үҫтерһәң — милләт тәрбиәләйһең», тиҙәр халыҡта. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ғаилә усағын һаҡлауҙан тыш, үҙ эшенең оҫталары, республикабыҙҙың, илебеҙҙең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, — тип билдәләне проект етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы менән йәмәғәт хәрәкәте ветераны, «Аҡ тирмә» үҙәге етәксеһе Ләлә Биишева, тележурналистар — «Тамыр» телерадиокомпанияһына нигеҙ һалған Луиза Фархшатова һәм Телевидение мәктәбе етәксеһе Шәүрә Ғилманова, мәғариф хеҙмәткәре Зилә Яппарова, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының элекке директоры Илүзә Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Сажиҙә Ғәниева, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған уҡытыусы Сәриә Килдеғошова һәм башҡа әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнде.
Читайте нас: