ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 7-10 июндә 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостанда төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале үтә.
Өфө һәм Ишембай районы ҙур халыҡ-ара фестивалде уҙғарыу майҙансығы була.
Быйыл фестивалдә Рәсәйҙән Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут), Дағстан, Хакасия, Алтай, Мәскәү, Әстрхан өлкәһе һәм Ставрополь крайы; Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан коллективтары һәм солистары ҡатнаша. Конкурс-фестиваль өс номинация буйынса үтә: яңғыҙ башҡарыусы йырсылар, вокал һәм вокал-инструменталь коллективтар, музыка ҡоралдарында яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар.
7 июндә киске сәғәт 9-ҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркта «Етенсе күк» аттракционында тантаналы асыу була һәм конкурсанттар йәрәбә тарта.
8 июндә иртәнге сәғәт 10-да Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡатнашыусыларҙы тыңлау башлана.
9 июндә киске сәғәт 8-ҙә «Ватан» этно-паркында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙа.
Фестиваль 10 июндә Ишембай районында Һабантуй халыҡ байрамы сиктәрендә Торатау эргәһендә гала-концерт менән тамамлана. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Тәүгә конкурс 1992 йылда Республика башҡорт эстрада һәм рок-музыка фестивале булараҡ уҙғарылды. 1995 йылда халыҡ-ара статус алған фестиваль традицион сараға әүерелә. Йылдан-йыл ул бик күп йәш таланттарға профессиональ сәхнәгә юл аса.
Сара милли төрки музыканы танытыусы һәләтле йәш башҡарыусыларҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.
Ойоштороп ебәреүселәр – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто булышлығында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.
Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө һәм Ишембай районы хакимиәттәре ойоштора.
http://www.bashinform.ru/news/1165804-v-bashkortostane-startuet-mezhdunarodnyy-konkurs-festival-muzykalnogo-tvorchestva-tyurkskoy-molodezh/