Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль 2018, 10:30

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына төшөрөлгән фильмдың исем туйы уҙҙы

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулды. «Родина» кинотеатрында уның тормошо һәм ижады хаҡында «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған...» документаль фильмының премьераһы үтте. Кинотеатрҙың йәшел залында буш урындар булманы – фильмды ҡарарға Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары, абруйлы ҡунаҡтар, мәҙәниәт йәмәғәтселеге вәкилдәре, студенттар, Назар Нәжмиҙең туғандары һәм яҡындары йыйылды.
Экранда бөйөк шағирҙың тыуғандан, бала сағынан алып, ижадта яулаған юғары үрҙәренә тиклем бөтә яҙмышы килеп баҫты. Шағирҙың үҙәнсәлекле холоҡ-фиғеле тураһында уның һөнәрҙәштәре, яҡындары һәм ауылдаштары һөйләне. Авторҙар фильмға бай йөкмәткеле архив материалдары, фотолар, шулай уҡ герой үҙе булған кадрҙарҙы индергән. Шағир ҡасандыр ҡайнар һөйгән тыуған яғының тәбиғәте ҡосағында, бәләкәй ҡыҙы эргәһендә төшкән кадрҙар бар. Ул йылдар үткәс бала саҡта һуғарылған һөйөүе хаҡында хәтергә төшөрә.
«Назар ағай үҙе төшкән фильмдар фондта аҙ һаҡланған, күпме таптыҡ, бөтә файҙаландыҡ. Ғөмүмән, фильм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — өс айҙа төшөрөлдө, ул саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йүкә сәскә атҡан, япраҡ ярған мәл дә, йәй ҙә булманы, тип бысраҡ ҡына», — тип һөйләне фильм авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталова.
Тамашасылар Назар Нәжмиҙең тыуған төйәгендә – Дүртөйлө районында нисек шағирҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелгәнен күрҙе. Унда һәйкәл ҡуйылған, шағирҙың исеме урамға һәм гимназияға бирелгән, Йорт-музей асылған, бөтә нәмә уның хужаһы йәшәгән саҡтағы кеүек һаҡланған. Фильмдың төп өлөшөнә профессиональ актерҙар башҡарыуында шағирҙың шиғырҙары һәм уның «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс» шиғырҙарына иң популяр йырҙар ҡушылған.
«Фильмды ҡарағандан һуң, Назар Нәжмиҙең шиғриәтендәге кеүек, яҡты һағыш тороп ҡала. Тимәк, фильмдың йүнәлеше дөрөҫ һайланған, — тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Фильм Мәғариф министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә бөтә республика буйынса, тәү сиратта, мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу йорттарында күрһәтеләсәк».
«Назар Нәжми — иң яратҡан шағирҙарымдың береһе. Ул үҙенә, ижадына ҡарата талапсанлыҡ менән айырылып торҙо, бер ҡасан да «Назар Нәжми кимәле»нән төшмәне һәм был уның бик көслө сифаты булды, — тип һөйләне шағир менән берлектә меңәрләгән кешенең һөйөүен яулап алған бик күп йырҙар яҙған композитор Рим Хәсәнов. — Мин хайран ҡалдым, был фильмды мөмкин тиклем күберәк кеше ҡарарға тейеш. Ул мотлаҡ рус телендә лә булырға тейеш тип уйлайым, сөнки беҙҙә руслашҡан башҡорттар һәм татарҙар, башҡа халыҡ вәкилдәре йәшәй».
Фильмды төшөрөүселәр һүҙҙәренсә, ул рус теленә тәржемә ителгән – өҫтәүенә, кадр артындағы текст ҡына түгел, шиғырҙары ла. Исем туйында фильмда ҡатнашҡан бөтәһе лә: режиссер Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы оператор Урал Ғатауллин, композитор Урал Мөхәмәтйәров булды.
Фильмдан һуң Башҡортостандың баш ҡалаһында Назар Нәжми исемендәге аллея булдырыу, халыҡ шағирына һәйкәлде уның үҙәге итеү фекере яңғыраны.
http://www.bashinform.ru/news/1113125-sotkannyy-iz-plameni-i-chuvstv-v-ufe-predstavili-film-k-100-letiyu-nazara-nadzhmi/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: