06:58 (UTC+5), 19 Декабрь 2017

Радик Юлъяҡшин бер яңы йыл кисәһендә күпме аҡса эшләй

Радик Юлъяҡшиндың шәхси архивы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Яңы йыл яҡынлаша. Өфөләр һәм Башҡортостанда йәшәүселәр ял итергә әҙерләнһә, милли эстрада йондоҙҙарының корпоративтар мәле башлана. Киң мәғлүмәт саралары республика йырсыларының бер кистә күпме гонорар алыуын иҫәпләп сығарҙы.
Татарстандың халыҡ артисы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов беренсе урында килә. Корпоративта ул кәм тигәндә 200 мең һумға сығыш яһай. Иң юғары хаҡ — миллион һум. Йырҙар һанын заказ биреүсе билдәләй.
Икенсе урында — Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов. Бер кистә ике-өс тапҡыр сығыш яһау өсөн йырсы 200 мең һум һорай.
Яңы йыл корпоративтарының гонорарҙар баҫҡысында өсөнсө урынды Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) биләй. Милли эстрада йондоҙоноң хаҡы ике йыл инде үҙгәрмәй — бер сәғәтлек сығыш 150-200 мең һум тора.
Башҡорт һәм татар йырҙарын тыңларға теләгән предприятиелар һәм коллективтар өсөн иң ҡулай вариант — Нурзадә: 5-7 йыр өсөн артист 10 мең һум һорай.
http://www.bashinform.ru/news/1094698-skolko-zarabatyvaet-radik-yulyakshin-za-odin-novogodniy-korporativ/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика