06:20 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Баш ҡалала Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен театрҙа өйрәнергә мөмкин

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен театрҙа өйрәнергә мөмкин. Йәштәр театрында «Ҡағиҙәләр илендә» әкиәтен сығаралар. Тамашаның премьераһы 7 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Камера сәхнәһендә була, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Спектакль Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә арналған. Постановканың режиссеры – республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Сюжет буйынса Малай һәм Ҡыҙ ярамаған урындан юл аша сыға һәм Ҡағиҙәләр иленә барып эләгә. Бында улар йәйәүлеләр һам автомобилселәр өсөн ниндәй ҡағиҙәләр һәм тыйыуҙар барлығын белә. Бөтәһенә лә уларҙы Светофор өйрәтә. Әммә был илдә лә бөтә граждандар ҙа әҙәпле түгел һәм «Кирбес» билдәһе гел генә геройҙарҙы ҡағиҙә боҙорға ҡотортоп ҡына тора.
Беренселәрҙән булып тамашаны мәктәп уҡыусылары ҡараясаҡ. Был фәһемле әкиәт улар өсөн тәғәйенләнгән дә инде. Спектаклдә музыкаль һәм шиғри өҙөктәр байтаҡ, улар мәғлүмәтте еңелерәк ҡабул итергә ярҙам итә. Шулай уҡ спектакль йәш тамашасылар менән алған белемде нығытырға ярҙам иткән интерактивты күҙаллай.
«Беҙҙең постановка балаларға асыҡ уйын формаһында юлда үҙеңде тотоу нигеҙҙәрен аңлатырға өндәлгән», — тип һөйләй Рөстәм Хәкимов.
Был Йәштәр театры репертуарында тәүге фәһемле әкиәт түгел. Алдан режиссер Илнур Муллабаев «Колька нисек икеһен төҙәткән» тигән янғын хәүефһеҙлеге тураһында спектакль сығарғайны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика