12:23 (UTC+5), 02 Ноября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Матбуғат балы» уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Матбуғат балы» уҙғарыла. Был — республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙыҡлы Яңы йыл алды йолаларының береһе. Йыл һайын ошо байрамда федераль, республика, район киң мәғлүмәт саралары, дәүләткә ҡарамаған, корпоратив баҫмалар, журналистар, телекомпаниялар, радиостанциялар, электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша.
«Был журналистарға аралашыу, уҙып барған йылға йомғаҡ яһау, быйыл яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә рәхмәт белдереү өсөн шәп мөмкинлек. Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, матбуғат хеҙмәттәре лә һәйбәт эшләгән журналистарҙы билдәләйәсәк», — тип хәбәр итте сараны ойоштороусылар.
Быйыл «Матбуғат балы» 15 декабрҙә «Версаль» комплексында уҙа. Тиҙҙән «Матбуғат балы» алдынан тауыш биреү асыла: журналистар берләшмәһе байрамдың төп наградаһы — «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ кешене һайлай. Яҡын арала «Йыл журналисы» асыҡ номинацияһына ғаризалар йыйыу башлана. Ентеклерәк мәғлүмәт Башҡортостандың Матбуғат агентлығы, Журналистар союзы сайттарында һәм https://vk.com/balpressy рәсми төркөмөндә баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика