Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
7+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь 2017, 10:22

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рифҡәт Арыҫлановтың «Отражение» исемле күргәҙмәһе асылды

Елена Исаевич, Евгения Серебренникова
Елена Исаевич, Евгения Серебренникова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә Рәсәй Рәссамдар союзының күргәҙмә залында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рифҡәт Арыҫлановтың «Отражение» исемле күргәҙмәһе асылды. Ул – республиканың алдынғы заманса һынлы сәнғәт оҫталарының береһе. 1977 йылда – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, 1989 йылда – БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1999 йылда – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Уның эштәре Мәскәүҙә Третьяков дәүләт галереяһында, А.А. Бахрушин исемендәге Үҙәк дәүләт театр сәнғәте музейында, М.И. Глинки исемендәге Дәүләт музейында, Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Төрксой фондында (Төркиә), Рәсәйҙә һәм сит илдә (Германия, Греция, Египет, Испания, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Рәссам 1946 йылдың 8 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Арыҫланов Мөхәмәд Нуриәхмәд улы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләгән. Әсәһе, Сәлиғәсҡәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы 1940-1970 йылдарҙа опера йырсыһы. Өфөлә сәнғәт училищеһын һәм В.И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтының театр-декорация бүлеген тамамлап, рәссам үҙ ижадының ҙур өлөшөн театрға арнай. 1968 йылдан Рифҡәт Арыҫланов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, әлеге ваҡытта ул театрҙың баш рәссамы, уның спектаклдәренә декорациялар авторы. Ул Шарль Гуноның «Фауст», Петр Чайковскийҙың «Евгений Онегин» һәм «Пиковая дама», Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» һәм «Аҡмулла» операларын, Геннадий Гладковтың «Бремен музыканттары» мюзиклын, Рим Хәсәновтың «Ҡурай тураһында риүәйәт», Людвиг Минкустың «Пахита» балеттарын, хореография миниатюраларын һәм башҡаларҙы биҙәгән. Автор Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең драма театры сәхнәләрендә йөҙҙән ашыу спектакль ҡуйған. Арыҫлановтың театрҙа ҡуйған һуңғы эштәре араһында — «Салауат Юлаев» операһы (2016) һәм «Сыңрау торна» балеты (2017).
Рәссамдың картиналарының төп темаһы – ҡала, иҫке Өфө, уның урамдары, йорттар, унда йәшәүселәр, көнкүреш. Рәссам бер юлы ижади һәм педагогик эшмәкәрлекте алып бара, ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры һәм Өфөлә Көнсығыш дәүләт экстерн университеты академияһының кафедра мөдире.
Рәссамдың Мәскәүҙә тәүге шәхси күргәҙмәһен ойоштороуҙа Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡатнашты, проектҡа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙам итте. Күргәҙмәне асыу тантанаһында илдең алдынғы сәнғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙең халыҡ рәссамдары – Рәсәй художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы һәм президиум ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Совет Президиумының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса комиссияһы рәйесе Андрей Ковальчук, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы лауреаты Николай Боровской, Рәсәй художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы лауреаты Сергей Әлимов, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй художество академияһының ағза-корреспонденты Анатолий Якушин, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Анатолий Холопов булды.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, күргәҙмә Мәскәү ҡалаһы, Покровка урамы, 37 адресы буйынса барлыҡ теләүселәр өсөн асыҡ. Ул 30 июнгә тиклем эшләй.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: