Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Июнь 2017, 09:40

Республикала Курорт һабантуйы көрәш, бишбармаҡ һәм ҡобайыр кеүек милли брендтар менән таныштырҙы

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Яҡтыкүл буйында Курорт һабантуйы уҙҙы. Заманса форматтағы һабан байрамы сарала ҡатнашыусыларға тағы ла бер ҡат милли башҡорт брендтары: билбау көрәше, бишбармаҡ менән һыйлау, башҡорт батырҙары хөрмәтенә ҡобайырҙар тураһында иҫкә төшөрҙө.
Ҡырҡтытау итәгендәге йәмле яланға яҡындағы ауылдарҙа йәшәүселәр һәм курортта ял итеүселәр генә түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Мәскәү, Ырымбур, Екатеринбург, Башҡортостан һәм Силәбе ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов сәләмләне.
Төп майҙанды Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр һәм Учалы райондары тирмәләренән теҙелгән этноауыл биҙәне. Ваҡиғалар үҙәгендә «Яҡтыкүл батыры» исеменә көрәш, уҡ атыу буйынса спорт ярыштары, парашют спорты булды. Тамашасылар спорт ярыштары марафонында һәм халыҡ уйындарында ҡатнашты.
Сағыу концерт программаһы булды. Көндөҙ тамашасылар «Башҡорт йыры» популяр йыр бәйгеһе лауреаттары һәм Учалы филармонияһы артистары менән берлектә ойошторолған программаны ҡараны. «DeBufo» урам театры актерҙары ла ҡунаҡтарҙың күңелен асты. Кискеһен Курорт һабантуйы сиктәрендә тәүгә «Уралым» заманса этно музыка фестивале уҙҙы. Унда «Орлан», «Арғымак», «Zaman», «Йатаған», «Һауа», «Катя Ямщикова project» этно-төркөмдәре сығыш яһаны.
«Донъя контексында этник музыканы үҫтереү» темаһына оҫталыҡ дәресе фестивалдең үҙенсәлекле өлөшө булып торҙо. Атап әйткәндә, этник музыканы үҫтереү серҙәре менән бүрәт этно музыкаһы йондоҙо, «Намгар» төркөмө солисы Намгар Лхасаранова уртаҡлашты, Өфө композиторы Марат Татурас сығыш яһаны. Курорт һабантуйының ҡунаҡтары араһында билдәле «Deep Forest» төркөмө лидеры Эрик Муке булды.
«Күләгә» башҡорт бейеүен иң оҙаҡ башҡарыуға тамашасылар араһында Асыҡ бейеү конкурсы байрамдың яңы сағыу өлөшө булды. Бейеүселәр сәғәттән ашыу ямғыр аҫтында оҫталыҡта ярышты. Иң ныҡлылары – Әбйәлил һәм Баймаҡ районы вәкилдәре бишәр мең һум аҡса менән бүләкләнде. Байрамда, ғәҙәттәгесә, курорт зонаһында ял итеүгә һәм күңел асыуға сертификаттар уйнатылды.
Милли ихаталар күргәҙмәһендә этник стилдәге кейеҙ келәм фонында фото төшөргә, боронғо башҡорт биҙәүестәрен тағып ҡарарға, башҡорт милли ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкин булды. Ҡорот менән һөҙлөклө бишбармаҡ, талҡан, ҡымыҙ, буҙа, сәк-сәк – ошо милли ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡарарға ғына түгел, һатып алырға ла мөмкин ине. Халыҡ художество кәсептәре оҫталары байрам ҡунаҡтары өсөн үҙ изделиеларын һатыу йәрминкәһен ойошторҙо һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Сәхнә эргәһендә музей ҡаласығы теҙелгәйне. Урал аръяғы райондары боронғо экспонаттар менән таныштырҙы. Быйыл үҙенең 85 йыллығын билдәләүсе Магнитогорск металлургия комбинатының тарихы буйынса экспозиция күргәҙмәнең биҙәге булды. Бәләкәй тамашасылар өсөн Балалар һабантуйы программаһы (аттракциондар һәм пикник зоналары) ҡаралғайны.
Шулай уҡ сара сиктәрендә төбәктең туристик-рекреацион өҫтөнлөгөн үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.
Байрам сағыу файер-шоу, дискотека һәм фейерверк менән тамамланды.
Курорт һабантуйы төбәктең визит карточкаһына һәм Урал аръяғындағы ваҡиғалар туризмының сағыу проектына әйләнде. Быйыл байрам өсөнсөгә уҙғарылды. Ғәҙәттәгесә йәйге ял миҙгелен асып, байрам йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, ниндәйҙер яңылыҡ индереүгә һәм ҡунаҡтарҙы бай программа менән дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: