03:17 (UTC+5), 09 Июнь 2017

Илшат Ғәйнуллиндың «Жизнь с переводом» исемле китабы донъя күрҙе

Евгения Сюткина
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Мәскәү нәшриәт йортонда Өфө журналисы Илшат Ғәйнуллиндың икенсе китабы сыҡты. Автор «КоммерсантЪ» нәшриәт йортоноң Илья Амладов псевдонимы аҫтында эшләүсе гәзит хәбәрсеһе булараҡ билдәле. Уның китабы «Жизнь с переводом» тип атала. Баҫманы сығарғанда автор Илья Райх псевдонимын (атаһының исеме Рәих) ҡулланған.
«Жизнь с переводом» китабы – олоғайыу осоро хаҡындағы баҫма. Хикәйә геройҙарҙың береһе – Артур исеменән һөйләнелә. Китапта барған хәл Артур менән уның класташы – коляскалағы инвалид Фёдорҙың дуҫлығы аша күрһәтелә.
Китап ябай тел менән яҙылһа ла, бөтә әҙәбиәт ҡанундары ла үтәлгән, ул китап биттәрен бер-бер артлы асырға, киләһе бүлектә нимә буласағы тураһында тиҙерәк белергә ашыҡтыра. Унда мөхәббәт тә, мистика ла, хоррор элементтары ла бар.
«Жизнь с переводом» китабы тураһында тулыраҡ «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә уҡырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика