Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2017, 21:56

Башҡортостандың сәнғәт мәктәбе бик юғары кимәлдә – Рөстәм Хәмитов

Хәлит Сафин
Хәлит Сафин
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә йыл һайын ойошторолған «Музейҙар төнө» акцияһы үтте. Ошо сарала, ғәҙәттәгесә, Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Республика Башлығы менән «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева әңгәмәләште.
- Рөстәм Зәки улы, һуңғы йылдарҙа республиканың ҡала һәм райондарында «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһы йыш ойошторола. Ләкин йыл һайын акцияла бер үк музейҙар ҡатнаша, программалары ла оҡшаш. Өфөлә күренекле шәхестәргә арналған музейҙар аҙ. Нисек уйлайһығыҙ, баш ҡалала, республикала тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы музейҙар асырға мөмкин булыр ине?
- Өфө тураһында һөйләгәндә, беҙҙә классик, заманса, патриотик музейҙар бар. Әммә республикала ошондай мәҙәни усаҡтарҙың етмәүе һиҙелә. Шуға күрә, мәҫәлән, Шүлгәнташ ҡурсаулығы янында Шүлгәнташ мәмерйәһе музейын төҙөй башлайбыҙ. Был бөтөнләй яңы формат, ҡурсаулыҡтағы музей, һәм бик ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам. Ундағы Шүлгәнташтың моделе һәм ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең күсермәләре кешеләрҙең мәмерйәгә ябырылыуынан һаҡларға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ яңы музей асҡансы, ике-өс йыл үтер, моғайын. Бының өсөн яҡынса 500-700 миллион һум кәрәк, ләкин ошо эште башҡарып сығыу зарур.
Минеңсә, Заманса сәнғәт музейы етмәй. Ошондай эш планлаштырылған, — ике йылдан ВДНХ биләмәһендә хәҙерге авторҙар эштәренең даими экспозицияһын булдырырға теләйбеҙ. Уға ла ихтыяж булыр тип ышанам.
Дөйөм алғанда, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ике йылға бер тапҡыр «Арт-Өфө» кеүек бик шәп сара уҙғарыла. Быйыл июндә ошо күргәҙмә эшләй башлай, унда рәссамдар ғына түгел, скульпторҙар ҙа саҡырыла.
12 июндә ВДНХ комплексында яңы Рәсәй тарихы музейын асабыҙ. Барыһы ла заманса: интерактив формат — 3D-инсталляциялар, экрандар. Бер үк ваҡытта илдең 25 ҡалаһында ошондай музейҙар булдырыу буйынса эш бара, Рәсәйҙә иһә тәүгеләрҙән булып беҙҙә асыла.
Минеңсә, беҙҙең мәҙәни тормошобоҙ бик бай. Музейҙарҙың һаны артынан ҡыуырға кәрәкмәй. Мин эш көндәрендә музейға һирәк барам, унда кешеләр юҡ тиерлек. Байрамдарҙа һәм ял көндәрендә – халыҡ күп, ә бындай көндәрҙә юҡ. Беҙгә музейға күп йөрөүселәр кәрәк. Һорау бар икән, тәҡдимдәр ҙә, яңы музейҙар ҙа булыр.
- 2019 йылда республикала күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү күҙаллана. Уның исеме Рәсәйҙә генә түгел, элекке СССР илдәрендә лә киң танылған, һәм ошо музей туристарҙы йәлеп итерҙәй ҡыҙыҡлы урындарҙың береһе булыр ине. Музейҙың проекты күптән бар. Был йәһәттән эштәр нисек тора?
- Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылған. Күптән түгел Өфөлә Мостай Кәримгә мөһабәт һәйкәл ҡуйылды, майҙаны ла ҡалаға йәм өҫтәне.
Келәштәге музей буйынса әлегә төҙөлөш варианттарын тикшерәбеҙ. Был эштә бағыусыларҙың да ҡатнашыуын теләр инек. Бөтә мәсьәләләрҙе бюджет иҫәбенә хәл итеү ауырғараҡ төшә. Ошо музейҙың ниндәй форматта булырға тейешлеген тағы ла бер тапҡыр ҡарарға кәрәк. Йорт, экспонаттар ғына түгел, бәлки, был шағирҙың ижадын интерактив күрһәтеүгә бәйле экспозиция булыр.
Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе ҡарарға кәрәк, әлегә концепция юҡ. Ябай ауыл өйө һәм көнкүреш әйберҙәре – бөгөн ҡыҙыҡ түгел. Беҙ форматты үҙгәртеү һәм Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге, уның тормошо менән таныштырыуға икенсерәк ҡарау зарурлығын аңлайбыҙ. Был еңел түгел, уйларға кәрәк. Ниҙер эшләп, отчет бирергә һәм тынысланырға теләмәҫ инек. Ахыр сиктә өс-биш йыл көтөргә, ләкин иҫтә ҡалырҙай итеп эшләргә мөмкин.
- Музей хеҙмәткәрҙәренә ҡыҙыҡлы программалар ойоштороу өсөн ижади эшләргә тура килә. Өҫтәүенә уларҙың эш хаҡы ла түбән... Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияларына ярҙам итеү буйынса ниндәй саралар күрелә?
- Эш хаҡы — мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең иң ауыртҡан урыны, мин был хаҡта ҙур әсенеү әйтәм. Үҙ көсөбөҙгә ҡарап хәлде төҙәтергә тырышабыҙ. Өс-дүрт йыл элек хеҙмәт хаҡы бөтөнләй түбән, айына 7-8 мең һум ине, һәм бөгөн дә һандар ҙур түгел. Чиновниктарҙың мәҙәниәттән килеме артты, музейҙарҙа иһә хеҙмәткәрҙәр бик аҙ ала. Икенсе яҡтан, ижади эшләү, кешеләрҙе йәлеп итеү мөһим, сөнки хеҙмәт хаҡы мәҙәниәт учреждениеларының килеменә бәйле. Әлбиттә, хеҙмәт хаҡын мотлаҡ арттырасаҡбыҙ. Миңә беҙҙең төп театр артистары ла мөрәжәғәт итә – унда ла эш хаҡы юғары түгел, шуға күрә актерҙар, йырсылар, музыканттар өҫтәмә эштә йөрөргә мәжбүр. Насар, ләкин дәүләт әлегә мәҙәниәткә күберәк ресурстар бүлә алмай. Беҙ хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлаһын өсөн тырышасаҡбыҙ, мин ошо йәһәттән оптимист.
- Өфөләге иң яратҡан музейығыҙ ниндәй? Ҡайһы башҡорт рәссамының ижады күңелегеҙгә яҡын?
- Әлбиттә, Башҡортостандың һынлы сәнғәте бик юғары кимәлдә. Рәссамдарыбыҙға донъяла ихтыяж ҙур: бынан алдағы быуынға ла, әлегеһенә лә. Классиктар хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Лотфуллин, Нурмөхәмәтов, Домашников – әһәмиәтле һәм киң билдәле рәссамдар. Мин уларҙың эштәрен күреүемә һәр саҡ шатмын. Хәҙерге рәссамдарҙан бер кемде лә айырып әйтмәҫ инем, сөнки миңә бик күптәр оҡшай, һәм мин яңы күргәҙмәләр ойошторолған саҡта галереяларҙа йыш булам. Картиналар профессиональ, тормошто, тирә-йүндәге хәлдәрҙе аңлап төшөрөлгән, тип әйткем килә. Башҡортостандың сәнғәт мәктәбе бик юғары кимәлдә, шуға күрә иң изге, маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Мин дә шатмын, сөнки Мәскәүҙә, Петербургта, сит илдәрҙә рәссамдарыбыҙҙың эштәр күргәҙмәһе һәр саҡ тамашасыны йәлеп итә. Был бик яҡшы.
- Былтыр баш ҡаланың Ленин урамында «ART-Terria» проекты сиктәрендә скульптура аллеяһының асылыуы йыл ваҡиғаһы булды. Проектты «Мираҫ» галереяһының ижади төркөмө эшләне. Өфөлә тағы ла ошондай аллеялар булырмы?
- Беҙ шуға өмөтләнәбеҙ, һәм, һис шикһеҙ, ошондай тәҡдимдәр бар. Бары тик финанстарҙы һәм ресурстарҙы билдәләргә кәрәк, был һәр ваҡыттағыса ҡиммәт. Скульпторҙар Өфөнө ярата һәм беҙҙә тағы ла шундай матур урындар булыр, тип уйлайым. Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡта ла һоҡланғыс урам скульптуралары бар. Әле Салауат, Учалы, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡалаларын нисек биҙәргә кәрәклеген ҡарайбыҙ, унда ла урам скульптуралары күренә башланы. Республикабыҙҙың теләһә ҡайһы ҡалаһында, райондарҙа ла ял итеү өсөн ҡыҙыҡлы урындар һәм матур аллеялар барлыҡҡа килә.
Мин тәүге эш көнөмдән үк ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарынан урам композицияларына, тәү сиратта балалар менән ял итергә мөмкин булған урындарға иғтибар итеүҙәрен һораным. Бөгөн ошо йүнәлештә һәйбәт эш алып барылыуын күрәм. Ҡалаларыбыҙ һәм тораҡ пункттарыбыҙ күркәмләнә. Барыһы ла шунда уҡ килеп сыҡмай, ҡайһы берҙә ресурстар етмәй, ләкин тирә-йүнде матурлау теләге булғанда, һәр ваҡыт ошоға өлгәшергә мөмкин.
Читайте нас: