08:33 (UTC+5), 12 Май 2017

Башҡортостанға «Берҙәмлек» халыҡ-ара фестиваленә Мексика балеты киләсәк

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан «Берҙәмлек» — «Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленә әҙерләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл байрам 7-12 июндә уҙа. Фестиваль ҡунаҡтарын Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай райондары һәм Өфө ҡалаһы ҡабул итәсәк.
Фестивалдә Мексиканан Мехико штатының фольклор балеты сығыш яһаясаҡ. Балет труппаһы 1987 йылда ойошторолған һәм 18-32 йәштәге 120 бейеүсенән тора. Уның ойоштороусыһы, директоры һәм хореографы – Долерос Оливия Менчака ханым. Шулай уҡ фестиваль барышында Башҡортостанға «Возрождение» мариачи төркөмө директоры Франсиско Ортега әфәнде етәкселегендә бейеүселәр киләсәк. Ошо Мексика артистары үҙ илендә генә түгел, унан алыҫта ла киң билдәле. Улар Испанияла, Германияла, Францияла, Италияла, Грецияла, Төркиәлә, Рәсәйҙә, Венгрияла, Югославияла, Израилдә, Ҡытайҙа, Төньяҡ Кореяла, Японияла, Бразилияла, Аргентинала, Чилиҙа, Уругвайҙа, Перуҙа, Коста Рикала, Канадала һәм Америка Ҡушма Штаттарында бихисап халыҡ-ара байрамда һәм фестивалдә ҡатнашҡан.
Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йәйгеһен «Берҙәмлек» — «Содружество» фестиваленә Ҡытай, Эстония, Көньяҡ Корея, Сербия, Һиндостан, Көньяҡ-Африка Республикаһы, Шри-Ланка, Колумбия, Иран һәм Ҡаҙағстан коллективтарының килеүе көтөлә. Артистар үҙ илдәренең мәҙәниәте, халыҡ йыр-бейеүҙәре, йолалары менән таныштырасаҡ.
«Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһы һәм 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Халыҡ-ара традицион мәҙәниәттәр фестивале – Бөтә донъя фольклор байрамы сиктәрендә үтәсәк. Бынан тыш, «Берҙәмлек» фестивале Рәсәйҙә халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы (CIOFF) эгидаһы аҫтында уҙған алты халыҡ-ара фестивалдең береһе булып тора.
Фестивалде ойоштороусылар – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө һәм Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай муниципаль район хакимиәттәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика