12:28 (UTC+5), 03 Мая 2017

Танылған яҙыусы-сатирик Рәдиф Тимершин арабыҙҙан китте

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Өфөлә 71-се йәшендә яҙыусы-сатирик Рәдиф Тимершин арабыҙҙан китте. Ул әҙәбиәт һөйөүселәргә әсе телле фельетондары, сатирик хикәйәләре аша яҡшы таныш ине. Бәхилләшеү бөгөн, 3 майҙа ошо адрес буйынса уҙа: Завод урамы, 8-се йорт, 138-се фатир. Мәрхүмде иртәгә тыуған яғында, Яңауыл районында, ерләйҙәр.
Рәдиф Мәхмүт улы 1947 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Яңауыл районы Мәсәғүт ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1971 йылдан «Һәнәк» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй, әҙәбиәт, хаттар бүлеген етәкләй. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында, «Өмөт» гәзитендә, «Башҡортостан» ДТРК-да уңышлы эшләй. 2004 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенә күсә һәм 2007 йылда хаҡлы ялға сыға.
Әҙәбиәткә Рәдиф Тимершин үткән быуаттың 60-сы йылдарына аяҡ баҫа. Ул йөҙләгән сатирик хикәйә һәм фельетон, скетчтар яҙған. Уларҙың ҡайһы берҙәре рус, белорус, украин, сыуаш һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Рәдиф Тимершин үҙе лә төрлө милләт яҙыусыларының сатирик әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемәләгән. Сатирик һәм юмористик хикәйәләр, монологтар, фельетондар, скетчтар, пьесалар, мәҫәлдәр, пародиялар, эпиграммаларҙан тыш, ул балалар әҙәбиәтендә лә уңышлы ижад итә. Публицистик һәм лирик шиғырҙар, балладалар, хикәйәләр яҙа.
«Беренсе ҡар» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1974 йылда донъя күрә. «Әсе емеш», «Тартып-һуҙып», «Ғәйепләштән булмаһын», «Әте әкиәт» һәм башҡа китаптары уҡыусылар араһында популярлыҡ яулай. Әҙиптең «Йомарт терпе» пьесаһы буйынса спектакле М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйыла.
Рәдиф Тимершин бик күп йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының сатира һәм юмор секцияһын етәкләне. Әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн ул 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юғары исем алды, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты булды.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика