03:57 (UTC+5), 28 Апреля 2017

Өфөлә башҡорт журналистикаһы ветераны Марат Муллаҡаевтың повесы донъя күрҙе

Алик Шакиров
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Өфөләге «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының «Ғилем» нәшриәтендә билдәле журналист, башҡорт матбуғаты ветераны Марат Муллаҡаевтың «Когда цветет полынь… или Побег в никуда» тигән китабы донъя күрҙе. Автор уны Рәсәй етемдәренә арнаған.
Повеста уҙған быуаттың 60-сы йылдарында коммунизм төҙөлә башлаған ҡыҙыу осорҙа айырым алынған илдә кәмһетеүҙәрҙән түҙә алмай өс бала балалар йортонан ҡаса. Улар етемдәрҙе туҡмамаған, йәберһетмәгән, балалар бәхетле йәшәгән балалар учреждениеһын табырға теләй. Китапта яҙмыштары емерелгән ябай етемдәрҙең тормошо тасуирлана. Улар ярты илде йәйәү, йөҙөп уҙа, төрлө кешеләр менән осраша, юлда уларҙы бихисап һынау һәм мажара көтә.
Повесть күбеһенсә автобиографик – Марат Муллаҡаев биш йәштән Илеш һәм Ауырғазы балалар йорттарында тәрбиәләнә, етемлек ауырлыҡтарын һәм мохтажлығын кисерә. Ниндәйҙер кимәлдә ул йәш башҡорт яҙыусыһы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабына ауаздаш.
Был талантлы автор, коллегабыҙҙың тәүге китабы түгел. Алданыраҡ Марат Муллаҡаевтың «Нэнэй» повесы ҙур яңғыраш алды. Унда яңы Рәсәй тарихының иң көсөргәнешле ваҡиғалары хаҡында һөйләнелә. Төпкөл башҡорт ауылынан уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Чечня конфликты өйөрмәһендә ҡалған 72 йәшлек ҡатындың күҙҙәре менән автор һуғыштың ҡанһыҙлығын һәм мәғәнәһеҙлеген күрһәтә. «Нэнэй» повесына профессиональ яҙыусылар юғары баһа бирә. Һис шикһеҙ, Марат Муллаҡаевтың яңы әҫәрен дә уҡыусылар йылы ҡабул итеп аласаҡ.
Марат Муллаҡаев 1952 йылдың 6 ноябрендә Яңауыл районының Байғужа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институтын тамамлаған. Төньяҡ флотта хеҙмәт иткәндән һуң Стәрлетамаҡ заводында слесарь булып эшләй. Журналистика эшен «Коммунизм байрағы» гәзитендә хәбәрсе, «Стәрлетамаҡ каучугы» гәзитенең баш мөхәррире булып башлай. Һуңынан «Восход» Ишембай район-ҡала гәзитендә мөхәррир була. «Совет Башкортостаны» республика гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире булып эшләй, «Өмөт», «Кызыл таң», «Киске Өфө» республика гәзиттәре, «Панорама Башкортостана» ижтимағи-сәйәси журнал редакцияларын етәкләй. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. 1995 йылда Чечня әсирлегенән дүрт башҡорт егетен ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. «Нэнэй», «Элла и Карли» повестары, балалар өсөн «Томка», «Храбрый заяц», «Воровка», «На берегу», «Барсик» китаптар авторы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика