Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2017, 16:17

Өфөлә «Библиотөн» «Ҡыҙыл китап» биттәренән» девизы аҫтында үткәрелә

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2017 йылда «Библиотөн» социаль-мәҙәни акцияһы «Ҡыҙыл китап» биттәренән» девизы аҫтында уҙғарыла. Акция 22 апрелдә киске сәғәт 6-ла башлана. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала биш майҙансыҡ эшләйәсәк – төп корпус (Ленин урамы, 4), Үҫмерҙәр (Октябрь проспекты, 62/2) һәм балалар китапханаһы (Менделеев урамы, 203), «МЕГА» сауҙа үҙәге һәм тәүге тапҡыр йәлеп ителгән «Ватан» паркындағы «Этноауыл».
«Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында Милли китапхана билдәле сәйәхәтселәр, экологтар менән осрашыуҙар, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған картина, китап һәм фотокүргәҙмәләр ойоштороу, экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшереүгә бағышланған түңәрәк өҫтәлдәр, интеллектуаль ярыштар кеүек тематик саралар үткәреүгә айырыуса баҫым яһай», — тип һөйләне ойоштороусылар.
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге туристарҙы һәм сәйәхәтселәрҙе күренекле яҙыусы, шағир һәм журналист Азамат Юлдашбаев менән «Тәбиғәт серҙәрен аса» тигән осрашыуға саҡыра. «Этноауыл»да танылған яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин үҙенең сәйәхәттәре хаҡында видеопрезентация тәҡдим итә.
Ваҡытлы баҫмалар бүлеге экологик хәүефһеҙлек, тирә-яҡ мөхитте кире йоғонтоларҙан һаҡлау мәсьәләләрен тикшереү өсөн «Экологик мәҙәниәт һәм мәғариф» тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрә. «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойошторолған «Бәхет орлоҡтары» түңәрәк өҫтәлендә йәш ғалим Гүзәл Вилданова менән мөһим проблемаларҙы тикшерергә мөмкин. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының «Йәштәргә экологик тәрбиә биреүҙә дәүләт йәмәғәт ойошмаларының һәм уҡытыусыларҙың социаль диалогы» панель дискуссияһы ҡаралған.
Шул уҡ кистә Мәскәү ҡунаҡтары – танылған яҙыусылар: бестселлерҙар авторы, М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты доценты Анна Берсенева һәм билдәле прозаик, сценарист Владимир Сотников Милли китапханаға барасаҡ. Китап уҡыусыларҙы башҡорт әҙәбиәтселәре менән дә осрашыуҙар көтә.
Бөтә майҙансыҡтарҙа ла интеллектуаль уйындар, викториналар, конкурстар, квестар ойоштороу күҙаллана. Интеллектуаль мәсьәләләр сисергә яратыусылар өсөн мультимедиалы экологик презентация-викторина, «Экобашватҡыстар: Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы һуҡмаҡтарынан» викторинаһы әҙерләнгән.
Кино һөйөүселәрҙе айырым программа көтә. «Башҡортостан» киностудияһының фильмдарын күрһәтеү ҡаралған. Балалар китапханаһына килеүселәргә – «Нәфис» кинозалында экофильмдар, Үҫмерҙәр китапханаһында ВГИК студенттарының диплом эштәре тәҡдим ителә. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы «Урман ситендә» фотосалоны, «Урманда кем йәшәй?» оҫталыҡ дәресе көтә. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың «Ер тауыштары» программаһы менән сығыш яһауы, танылған артистар ҡатнашлығындағы концерттар көтөлә. Төп корпустағы кисәне — Рәсәйҙең билдәле рәссамдары Александр Ванзин һәм Юлия Куклинаның «Тәбиғәт һәм беҙ» картиналар күргәҙмәһе, Үҫмерҙәр китапханаһында сәнғәт институтының беренсе курс студенты Ғәлиә Солтанованың Экология йылына арналған пейзаждары биҙәйәсәк.
Бөтә корпустарҙа ла экология темаһына китап экспозициялары, ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар, ваҡытлы баҫмалар күргәҙмәһе, китаптар менән алмашыу, күргәҙмә-һатыу ойоштороласаҡ. Йола буйынса, боронғо һәм һирәк осрай торған китаптарҙы яратыусылар өсөн китап һаҡлағыстарға экскурсия уҙғарыу ҡаралған. Тренинг үҙәгендә кескәйҙәр өсөн Балалар анимация бүлмәһе эшләйәсәк.
Читайте нас: