08:06 (UTC+5), 06 Апреля 2017

«Терроризмдың милләте юҡ» - Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе рәйесе Рәмил Килмәмәтов терроризмға ҡаршы теләктәшлек митингын хуплай. Сара бөгөн, 6 апрелдә, Өфөләге Конгресс-холл алдындағы майҙанда ойошторола.
«Беҙ һәр саҡ дуҫ йәшәнек, һәм ҡапыл ҡайҙандыр бысраҡ уйлы әҙәмдәр пәйҙә булды. Өҫтәүенә башҡа илдәрҙә йәшәүселәр, төрлө милләт кешеләре зыян күрҙе. Берәүһе 1945 йылғы, һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа үҫкән, күпме йәштәр, студенттар... Ата-әсәләренә ни тиклем ҙур ҡайғы! Терроризмдың милләте юҡ, тип иҫәпләйем!» — ти Рәмил Килмәмәтов.
Бөгөн билдәле фоторәссам «Дуҫтар күҙлегенән» фотокүргәҙмәһен ойоштороу өсөн Әлшәй районына бара, ләкин халыҡ акцияла ҡатнашырға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын белдерергә тейеш тип һанай.
Митинг киске сәғәт 6-ла башлана. Башҡортостанда йәшәүселәр Герой-ҡала Санкт-Петербург, яңыраҡ төньяҡ баш ҡалала терактта һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары менән берләшеүен белдерә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика