Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.57
+0.12
82.29
-0.1
78.28
+0.16
6+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2017, 12:46

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан вәкилдәре Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Республиканың билдәле тарихсылары, артистары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәренән торған делегация Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылындағы сараларҙа ҡатнашты.
«Улар — башҡорт халҡының күренекле вәкилдәре. Гәрәй волосы аҡһаҡалы Тимер Мутин һәм уның тоҡомо Илдархан Мутин тарихта тәрән эҙ ҡалдырған, — тип аңлатма бирҙеләр Башҡорт ҡоролтайында. — 1757 йылда Тимер Мутин Гросс-Егерсдорф янында Пруссия короле Фридрих II ҡаршы алышҡан башҡорт полкы командирҙарының береһе була. Һуңынан ул императрица Елизавета Петровнаға башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт иткән башҡорт делегацияһын етәкләй. Илдархан Мутин — Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше, Башҡорт Хөкүмәтендә һәм Ваҡытлы революцион комитетта яуаплы вазифалар биләгән».
Башҡортостан ҡунаҡтары Мутиндарға арналған мемориаль стелаға сәскә һалды. Сәскә һалыу Илдархан Мутиндың һәләк булған көнөнә тура килтерелде. Аҡтанышта ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторолдо. Иҫтәлекле саралар ике республика вәкилдәренең сығыштары менән тамамланды. «Тимер Мутин — Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы», «Мөхтәр Мутиндың милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө» тигән темаларға докладтар уҡылды. «Мутиндар» фильмы күрһәтелде, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары иһә концерт номерҙарын башҡарҙы.
Теги:хәтер
Читайте нас в