09:29 (UTC+5), 02 Февраля 2017

Өфөлә Урал батырға һәйкәл барлыҡҡа килеүе ихтимал

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Урал батыр» эпосына арналған һәйкәл барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бындай башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. Ваҡиғаны ике датаға — Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһына тура килтереү күҙ уңында тотола.
«Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының символы, мираҫыбыҙ. Бөгөн ул донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән. Республикала эпосты яттан белгән кешеләр бар, уны конкурстарҙа һөйләйҙәр. Беҙ символдарҙы белергә, улар менән ғорурланырға һәм халыҡҡа күрһәтергә тейешбеҙ. Тимер юл буйлап ҡалаға ингән саҡта Салауат Юлаев ҡаршы ала. Аэропорт яғынан ингәндә лә шундай символ булһын ине», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов.
Әлеге көндә Урал батырға һәйкәл менән архитектура комплексы проекты бар. Уны Ағиҙел йылғаһы буйындағы урман зонаһында урынлаштырырға тәҡдим ителә. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғарипов үҙенең тәҡдимен индергән. Автор башҡа башҡорт эпостарының персонаждарына арналған скульптура композицияларын урынлаштырып, тотош аллея булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов етәкселегендә эшсе төркөм ойошторолған. Бөгөн ошо мәсьәлә буйынса тәүге кәңәшмә үтте. Унда тарихсылар, фольклорсы-ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
«Башҡортостанда Урал батырға һәйкәл кәрәклегенә шик юҡ. Республикабыҙ Европа менән Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан, «Урал батыр» эпосын иһә донъялағы ошондай мәҙәни ҡомартҡылар араһында иң боронғоһо, иң кешелеклеһе тип атарға мөмкин», — тип иҫәпләй яҙыусы һәм ғалим Мирас Иҙелбаев.
«Һәйкәлде төҙөгәндә бөтә нескәлектәргә иғтибар итеү мөһим. Урал батыр, эпостағы кеүек үк, арыҫлан өҫтөндә ултырырға, кейеме лә ошо дәүергә тап килергә тейеш», — тип билдәләне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова.
Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, идеяны һәм уны хәл итеү юлдарын, тәү сиратта ғалимдарҙың фекеренә таянып, йәмәғәтселек вәкилдәре менән ентекле тикшереү зарур.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика