02:05 (UTC+5), 02 Февраля 2017

Өфөлә Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге 25 йыллығын билдәләй

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Юбилей сараһы 3 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
«Сирек быуат буйына Үҙәк йәш быуындың художество һәм эстетик тәрбиәһенә йүнәлтелгән йолаларҙы һаҡлап килә һәм үҫтерә. Үҙенең эшмәкәрлеге ваҡытында, республиканың профессиональ белем биреү ойошмаларының талантлы йәштәрен берләштереп, белем биреү учреждениеһы ысын мәҙәниәт һәм мәғариф усағы статусына эйә булды», — тип хәбәр итте үҙәк директоры урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Сәғәҙәтуллина.
Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге 1991 йылда БАССР-ҙың Халыҡ белем биреү министрлығы ҡарамағындағы Һөнәри-техник уҡытыу йорттарының йыр һәм бейеү ансамбле нигеҙендә асыла. Үҙәк эшмәкәрлегенең төп бурыстары – мәҙәни һәм социаль тормош өлкәһендә художество ижадын үҫтереү; тәрбиә өлкәһендә һөнәри училищелар һәм лицейҙар мәктәбен методик яҡтан тәьмин итеү; уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы традицион милли һәм дөйөм донъя мәҙәниәте менән таныштырыу.
Әлеге ваҡытта үҙәктә 663 уҡыусы шөғөлләнә. Тәжрибәле педагогтар йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә, шиғырҙар уҡырға, кейем-һалым моделдәрен әҙерләргә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен тыуҙырырға, актерлыҡ оҫталығына өйрәтә. Уҡытыусылар араһында – Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, республиканың атҡаҙанған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличниктары, юғары һәм беренсе квалификациялы педагогтар.
Үҙәк республика конкурстары, күргәҙмәләр, байрамдар, ижади саралар уҙғара, улар араһында: «Мин сәнғәт донъяһына инәм» республика үҙешмәкәр – һынлы сәнғәт ижади конкурсы, «Тере һүҙ» тасуири уҡыусылар бәйгеһе, «Тере бумала» һүрәттәр конкурсы, «Илһам» мода театрҙары конкурсы, «Һүҙ сәнғәте» әҙәби эштәр бәйгеһе, «Халыҡ ынйылары» халыҡ ижады фестивале һәм «Йөрәктән-йөрәккә» етем балалар өсөн хәйриә акцияһы. 25 йыл эсендә Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәгенең ижади сараларында 30 меңдән ашыу студент һәм педагогик хеҙмәткәр ҡатнашҡан. Үҙәктә хеҙмәттәшлек сиктәрендә Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы эшләй. Яңы ижади проект – республиканың белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн «Йөрәк менән төшөрәм» республика һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма һәм фото сәнғәте конкурс-күргәҙмәһе тормошҡа ашырыла башлаған. 118 педагогик хеҙмәткәр төрлө номинацияларҙа призер һәм Гран-приға эйә булған. Үҙәк өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары өсөн бөтә йүнәлештәр буйынса уҡытыу семинарҙары ойоштора.
Флүрә Абсалиҡова үҙәктең тәүге директоры була. Төрлө йылдарҙа учреждение менән Булат Кузеев, Римма Төхбәтуллина, Рәйсә Әбделмәнова етәкселек итә. 2015 йылдан педагогик коллективты Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Владимир Аристархов етәкләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика