Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
06:40 (UTC+5), 30 Января 2017

Өфөлә «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов» тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов» тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе. «Белая река» нәшриәтендә баҫылған йыйынтыҡ «Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре» китабының дауамы булып тора.
Унда сатирик тураһында «Who is Who в России» энциклопедияһы (Швейцария, 2013) һәм В.А. Никеровтың «Кто есть кто: Всемирное издание» биографик белешмәһе (Мәскәү, 2016) нигеҙендә төҙөлгән мәғлүмәттәр тупланған. Төп бүлек «Әҙәбиәт йылы һәм Марсель Сәлимдең ижади тормошонда тағы ла бер йыл» тип атала. Ваҡиғалар теҙмәһен, рәсми документтар, архив материалдары, Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләргә таянып, филология фәндәре кандидаты Лира Сәлимова төҙөгән.
Бүлеккә күҙ йүгертеп кенә сыҡҡанда ла яҙыусы-сатириктың әүҙем ижади тормош алып барыуын төҫмөрләргә була. Мәҫәлән, 2015 йылдың 25 майында, Варнала Халыҡ-ара славян шиғриәте фестивалендә уңышлы сығыш яһағандан һуң, ул Болгарияның баш ҡалаһы Софияла ижад кисәһен үткәрә, икенсе көндө иһә Мәскәүҙә Рәсәй художество академияһында сығыш яһай. 2016 йылдың 19 апрелендә, Мәскәүҙә «Библио-Глобус» сауҙа йортонда «Президент бесәйе» тигән китабының исем туйын уҙғарып, иртәнсәк Стәрлебаш районына юллана, унда үҙәк район китапханаһында юмор һәм сатира кисәһендә, урындағы әҙәбиәтселәр менән осрашыуҙа сығыш яһай.
Библиографик күрһәткес — яҙыусының 2015–2016 йылдарҙа баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре һәм китаптарының исемлеге айырым бүлектәрҙә бирелгән. Һуңғы ике йылда төрлө нәшриәттәрҙә Марсель Сәлимовтың башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә һигеҙ китабы донъя күргән. Шиғри, проза, публицистик әҫәрҙәре башҡорт, рус, татар, болгар, грек, итальян, украин, француз, швед, япон телдәрендә дөйөм йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан. Сатириктың үҙенең тәржемәләре башҡорт телендә Мәскәүҙә, Болгарияла һәм Канадала сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа баҫылған.
«Әҙәбиәт» бүлегендә Марсель Сәлимовтың ижады һәм уның китаптарына рецензиялар тураһында мәҡәләләр исемлеге килтерелә. Китапты Андрей Бобров, Александр Воробьев, Василий Кузьмин, Ғәзим Талипов, Владимир Федоров, Илшат Шәймиев, Георгий Шишкин һәм Олег Яровиковтың фотоһүрәттәре биҙәй. Тышлығында – билдәле рәссам, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы һәм Рәссамдар союзы ағзаһы Александр Андреевтың «Парнастағы юморист» тип аталған дуҫтарса шаржы. Китаптың тиражы — 500 дана.
Тиҙҙән яңы баҫма республиканың ҡала һәм район китапханаларына барып етәсәк.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика