Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-14 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар 2017, 07:36
Өфөлә халыҡ шағирының тыуған көнөнә «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» акцияһы уҙа
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу билдәләнә. 12 февралдә республиканың баш ҡалаһында «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» акцияһы уҙа. Ул көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Шағирҙар һәм яҙыусылар, яҡташтары, студенттар республиканың Яҙыусылар союзы бинаһынан алып, Коммунистик, Ғафури һәм Пушкин урамдары буйлап, шағир ерләнгән мосолмандар зыяратына барасаҡ. Акцияла ҡатнашыусылар юлда барғанда Рәми Ғариповтың төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙарын уҡыясаҡ. Шағирҙың ҡәбере эргәһендә күмәкләп уның «Туған тел» шиғырын уҡыу һәм сәскәләр һалыу күҙаллана.
«85 аҙым – ул образ. Килгән һәр кем юлда барғанда Рәми Ғариповтың шиғри мираҫынан үҙенең яратҡан юлдарын һөйләй аласаҡ, — тип хәбәр итә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зәки Әлибаев. — Өфөлә әлегә тиклем Рәми Ғарипов исемендәге урам юҡ, акцияла ҡатнашыусылар менән резолюция ҡабул итеп, уның нигеҙендә урамдарҙың береһенә шағирҙың исемен биреүҙе юллаясаҡбыҙ».
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
хәтер
әҙәбиәт
Читайте нас