Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ғинуар 2017, 17:17

Баш ҡалала «Әҙәби кесаҙна» проекты сиктәрендә шағирә Тамара Ғәниева менән осрашыу үтте

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә республиканың Яҙыусылар союзында «Әҙәби кесаҙна» циклынан йолаға әүерелгән ижади осрашыу уҙҙы. Был юлы сарала билдәле шағирә — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фәтих Кәрим исемендәге республика премиялары лауреаты Тамара Ғәниева ҡатнашты.
Осрашыуға яҙыусының коллегалары Рәшит Шәкүр, Марсель Сәлимов, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, «Аҡ тирмә» клубы ағзалары, студенттар килде. Сараны Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәниә Ғәбиҙуллина үткәрҙе.
Шағирә 2016 йылда ижад ителгән лирик-философик шиғырҙарын уҡыны. Китап уҡыусылар уға поэзия, шиғырҙарҙың нисек яҙылыуы хаҡында һорауҙар бирҙе, уй-ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды.
«Бындай осрашыуҙар һәр саҡ илһам өҫтәй. Улар йышыраҡ үткәрелер һәм союздың эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерер, тип ышанғы килә, — тип билдәләне Тамара Ғәниева. — Хәҙер һайланма әҫәрҙәремдең ике томлығын әҙерләүгә бар көсөмдө һалам. Уға шиғырҙарым һәм туғыҙ поэмам инәсәк».
Тамара Ғәниева сығышы менән Көйөргәҙе районынан. Мәктәптә уҡытыусы, «Ленинсы» гәзитендә журналист, БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында мөхәррир, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, «Панорама Башкортостана» журналында бүлек мөхәррире булып эшләй. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Тамара Ғәниева — «Осрашырбыҙ әле», «Күсмә ҡоштар», «Көмөш ямғырҙар», «Уйлы сағым», «Ҡондоҙ ҡойроғо», «Ҡыпсаҡтар», «Арҡайым», «Аҡыҡ көмбәҙ», «Мөхәббәткә ышанам» һәм башҡа йыйынтыҡтар авторы. 2012 йылда «Китап» нәшриәтендә шағирәнең рус телендә «Наедине с собой» тигән китабы донъя күрә. 2015 йылда «Ғүмер кисеүҙәре» шиғри йыйынтығы баҫылып сыға. Унда һуңғы йылдарҙағы шиғырҙары тупланған.
Тамара Ғәниеваның әҫәрҙәре буйынса башҡорт халҡының рухи байлығы хаҡында һүҙ йөрөтәләр. Уның лирикаһына үткерлек һәм хис-тойғолар төрлөлөгө, йәшәү мәғәнәһе тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар хас. Шағирә поэма жанрында әүҙем эшләй, халыҡтың тарихына мөрәжәғәт итә, замандың актуаль мәсьәләләрен күтәрә. Башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев, Роза Сәхәүетдинова, Абрар Ғабдрахманов уның шиғырҙарына популяр йырҙар ижад иткән.
Теги: әҙәбиәт
Читайте нас