Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар 2017, 15:28
М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙар Гөлнара һәм Алмас Әмировтар менән осрашыуға саҡыра
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Әмирова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров менән осрашыуға саҡыра. Үҙҙәренең кумирҙары менән аралашырға теләге булған һәр кемде 27 ғинуарҙа Театр ҡунаҡханаһында көтәләр.
«Театр ҡунаҡханаһы — хуш еҫле сәй табыны артында яратҡан актерҙар менән осрашыу мөмкинлеге ул. Бында шиғырҙар, йырҙар, төрлө тарихтар, актер мәҙәктәрен тыңларға, кисәнең геройҙарына һорауҙар бирергә, шулай уҡ иҫтәлеккә фотоға төшөргә һәм автограф алырға була», — тип хәбәр иттеләр театрҙа.
Кисәне Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева алып бара. Театр ҡунаҡханаһы киске сәғәт 7-лә үҙ ишектәрен аса. Билеттарҙы театр кассаһында һатып алырға мөмкин.
Теги:
театрҙар
башҡорт драма театры
Читайте нас