ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Францияла музыка фестивалендә Дж. Россиниҙың «Золушка» операһында төп партияны башҡара. Ул халыҡ-ара йырсылар составында Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатнашыусы буласаҡ. Мәғлүмәт сараның рәсми
сайтында баҫылған.