Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
09:51 (UTC+5), 07 Ноябрь 2016

Баш ҡалала Риф Тойғондоң хәтер кисәһендә уның яңы китабының исем туйы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 7 ноябрҙә, Өфөлә ваҡытһыҙ донъя ҡуйған танылған шағир һәм прозаик, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғондо (1946-2014) иҫкә алалар. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уның тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған «Уятырға ашыҡтым ҡояшты» тип аталған хәтер кисәһе була. Сараға яҙыусының ҡатыны һәм хеҙмәттәштәре саҡырылған.
Кисәнең режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев хәбәр итеүенсә, сценарий шағирҙың тормош һәм ижад юлына нигеҙләнеп яҙылған. Театрлаштырылған кисәлә Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров, Сара Буранбаева, Рәүис Заһитов, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Баййегет, шулай уҡ яҙыусының яҡташтары — Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән билдәле музыканттар, «Карауанһарай» төркөмөнөң тәүге составы солистары Әмир Тойғонов һәм Артур Туҡтағолов ҡатнаша.
Сара барышында Риф Тойғоновтың яңы донъя күргән «Һағыныр кешеләрем» исемле китабының исем туйын үткәреү ҡаралған. Шиғырҙар йыйынтығы «Китап» нәшриәтендә баҫылған. Инеш һүҙҙе күренекле яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр яҙған.
Инеү ирекле. Киске сәғәт 7-лә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика