Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2016, 17:02

Башҡортостанда ижади проекттар йәнә республика Башлығының 90 миллион һумлыҡ грантын аласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2017 йылда Башҡортостанда театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә лайыҡлы тип табылған ижади проекттар йәнә республика Башлығының 90 миллион һумлыҡ грантына эйә буласаҡ. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығында хәбәр иттеләр.
2013 йылдан башлап Башҡортостандың ижади коллективтарына конкурс нигеҙендә 16 грант тапшырыла. Шуларҙың ике гранты — 13,5, бишәүһе — 9, икәүһе — 4,5, өсәүһе — 1,8 миллион һәм дүртәүһе 900 меңешәр һум тәшкил итә.
Грантҡа театр, музыка, бейеү, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәләрендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған ижади коллективтар дәғүә итә ала. Грант алыу тәртибе һәм ғариза формаһы менән республика Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 1 ноябрҙән 25-нә тиклем Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлегенә ебәрергә кәрәк.
Читайте нас