Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Август 2016, 18:16

Өфөлә «Һуғыш шаңдауы» күргәҙмәһе асыла

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың Хәрби Дан музейында «Һуғыш шаңдауы» күргәҙмәһе асыла. Экспозицияның авторы — Фәнил Шәймөхәмәтов.
Фәнил Шәймөхәмәтов — рәссам-график, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы, «Артыш» ижади берекмәһе, республика Рәссамдар союзы ҡарамағындағы көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы.
1957 йылдың 21 мартында Әлшәй районында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында белем алған. Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1978 йылдан алып республика, төбәк, ил, халыҡ-ара (Германия, Италия, Австрия, Югославия, Япония, АҠШ) күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Рәссам 120-нән ашыу күргәҙмә ойошторған. Фәнил Шәймөхәмәтовтың әҫәрҙәре М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Ишембай, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Салауат картиналар галереяһында, илебеҙҙә лә, сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана.
Күргәҙмә 4 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла һәм 31 октябргә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: (347) 260-44-64.
Читайте нас