Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
09:49 (UTC+5), 26 Апреля 2016

«Саптар» этно-төркөмө Ҡаҙағстанда «Жубанов яҙы» фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө сәнғәт училищеһының «Саптар» этно-төркөмө Ҡаҙағстанда «Жубанов яҙы» Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт музыканттары икенсе дәрәжә диплом менән ҡайтты. Уларға йөҙ мең тәңкәлек сертификат тапшырылды.
Өфө музыканттары жюри иғтибарына «Урал», «Ҡара өйрәк», «Казачий», «Хан ҡыҙы», «Ҡара ҡаш» һәм «Еҙ үксә» башҡорт халыҡ көйҙәренә импровизация тәҡдим итте. Гала-концертта төркөм Роберт Юлдашев эшкәртеүендәге «Саптар» көйө менән сығыш яһаны. Иршат Ильясов (хайран, думбыра, өзләү), Рәфис Заһиров (һуҡма һәм ҡурай), Гөлфиә Һөйөндөкова (думбыра), Байрас Күсәрбаев (бас-гитара, ҡурай) үҙ сығыштарында халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығын күрһәтте. Баһалама ағзаларына хайранда уйнау һәм өзләү айырыуса оҡшаны. Шулай уҡ улар Әхмәт Жубановтың «Ҡарлығаш» йырын үҙенсәлекле башҡарыуҙарын билдәләп үтте. Төркөмдөң ҡурайсыһы Юлай Ҡасимов профессиональ башҡарған өсөн солист булараҡ фестиваль лауреаты дипломын алды.
Фестиваль Аҡтүбә ҡалаһында Г.Жубанова исемендәге өлкә филармонияһында уҙҙы. Сәнғәт училищеһының II-III курс студенттарынан торған «Саптар» төркөмө танылған профессиональ ансамблдәр һәм оркестрҙар менән ярышты. «Жубанов яҙы — 2016» фестиваленең Гран-приһын Ҡырғыҙстандың Бешкәк ҡалаһы мэрияһының халыҡ уйын ҡоралдары оркестры яуланы.
Саптарҙар Ҡаҙағстанға сәфәрҙе ойошторорға булышлыҡ иткәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, ҡаҙаҡ ерендә ярҙам күрһәткәне өсөн Аҡтүбә ҡалаһының башҡорт-татар диаспораһы вәкилдәренә һәм танылған фольклорсы, сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваға рәхмәт белдерә.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика