Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
07:56 (UTC+5), 25 Апреля 2016

Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балалар хаҡында «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы булды. Ижади осрашыуҙар Башҡортостан студенттары ассоциацияһы башланғысы буйынса ойошторолдо. Йәш яҙыусы менән аралашыу өсөн олоһо ла, кесеһе лә килде.
Автор үҙе һөйләүенсә, уға китаптың яҙылыу тарихы, киләсәккә ижади пландары тураһында байтаҡ һорау биргәндәр. Сараны Сибай филармонияһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың сығышы биҙәне. Уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын тыуған төйәгенән ситтә йәшәгән башҡорттар тын да алмайынса тыңланы, тип билдәләне Айгиз Баймөхәмәтов. Осрашыуҙан һуң яҙыусы автограф таратты.
«Йәш яҙыусының ижады хөрмәткә лайыҡ, — тине Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары ассоциацияһы рәйесе Азат Бәҙрәнов. — Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт авторының әҫәре рус, татар, сыуаш теленә тәржемә ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй йәмғиәте өсөн социаль етемлек темаһы бик мөһим, шуға күрә китап бер кемде лә битараф ҡалдырманы».
Санкт-Петербургтағы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Люция Буканова киләсәктә бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.
Айгиз Баймөхәмәтов — башҡорт яҙыусыһы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 20 мең дана тираж менән донъя күрҙе. Республиканың 20 районында уның исем туйы уҙҙы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында повесть буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле сәхнәләштерелде.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика