Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
13:02 (UTC+5), 08 Апрель 2016

Өфөлә Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған күргәҙмә асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 апрелдә Өфөлә Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған күргәҙмә асыла. Республика Хәрби Дан музейындағы экспозиция «Иҫләүе лә ҡурҡыныс, онотоу ҙа мөмкин түгел» тип атала. Күргәҙмәлә Башҡортостанды тыуып үҫкән тотҡондарҙың, уларҙың балаларының фотоһүрәттәре урын алған. Концлагерҙағы баракты символлаштырған инсталляция төп урынды биләй.
Күргәҙмәне асыу тантанаһына Еврей милли мәҙәни үҙәге, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды вәкилдәре, шулай уҡ бәлиғ булмаған көйө фашист концлагерҙарына эләккән бер нисә ветеран саҡырылған. «Ошо кешеләрҙең биографияһы — йәш быуын өсөн ысын ҡаһарманлыҡ дәресе», — тип хәбәр иттеләр музейҙа.
Күргәҙмә 30 апрелгә тиклем дауам итә.
11 апрелдә бөтә донъяла фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө билдәләнә. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Бухенвальд лагеры тотҡондарының ихтилалы иҫтәлегенә булдырыла. Концлагерҙарҙа йәмғеһе 18 миллион кеше тотҡонда була, шуларҙың биш миллионы — совет граждандары. Һәләк булғандар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 8 майына тиклем бөтәһе 2265 яҡташыбыҙ тотҡонлоҡта һәләк була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика