ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының өсөнсө һаны донъя күрҙе. «Ҡатын-ҡыҙҙың хәстәрҙәре ябай ғына кеүек: үҙенең бәләкәй генә донъяһындағы тыныслыҡ, тәртип, таҙалыҡты ҙур яуаплылыҡ менән тота ул. Яҡындарының күңел торошон көйләй, һәр кемгә үҙенсә юл табып, көс бирә, дәрт, сәмен һала. Көсһөҙ тип билдәләнһә лә, унан да һөйкөмлөрәк, сабырыраҡ, аҡыллыраҡ, мәрхәмәтлерәк зат бар микән донъяла тип һоҡланып ҡуяһың, тормош юлында осраған уңған да, сая ла, булдыҡлы ла ханымдарға ҡарап... Күптәр үҙ тарихы, ырыуында танылған билдәле, көслө, абруйлы шәхестәр менән ҡыҙыҡһына. Балаларын да уларҙың миҫалында тәрбиәләй», – тип яҙа «Баш мөхәррир һүҙе»ндә Гөлназ Ҡотоева. Журналдың март һанындағы күпселек яҙмалар шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмыштарына арналған.
«Үҙебеҙҙең Фирҙәүес! » — бөтә донъяға билдәле ғалимә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова хаҡындағы мәҡәлә шулай тип атала. Гөлназ Ҡотоева был яҙмала уны бөтә тәрәнлегендә, киң яҡлылығында аса. Ғүмерен республикабыҙ, милләтебеҙ өсөн фиҙакәр хеҙмәткә арнаған шәхес халҡыбыҙҙың үткәне хаҡында уйланыуҙары, уның киләсәге тураһында борсолоуҙары, башҡорт халҡының йолалары хаҡында бәйән итә.
«Кисеүҙәрҙә ат алмаштырмай, алған йүнәлештән тайпылмай, ауыр саҡта ла ҡыя бөгөлдәр яһамай, үргә ҡарай үҙ һуҡмағынан барған кешеләр һәр саҡ хөрмәт уята. Күгәрсен районы үҙәгендә ғүмер иткән Зилә менән Хәниф Псәнчиндар — тап шундайҙарҙан», — тип яҙа «Үр юлы буйлап» мәҡәләһендә Гөлнара Буранҡаева. Абруйлы табип менән һоҡланғыс мөғәллимә үткән ғүмер юлы һәммәһенә өлгө булырлыҡ. Сираттағы мәҡәлә Зөлфиә Өмөтбаеваға бағышланған. «Ошондай ҡатындар тураһында сабып барған атты туҡтатыр, янып торған өйгә инер, тиҙәр. Теле менән дә әүрәтер, аҡылы менән дә арбар, донъя йөгөн дә тигеҙ тартыр, иренә лә ярар, балаларын да матур бағыр. Уңған ҡатындарыбыҙ гөлләмәһенән үҙенсә генә балҡыған бер сәскә», тип яҙа уның тураһында автор.
«Был донъяла ни әсе? Етемлек әсеһе әсе», – ти халҡыбыҙ, үкһеҙлектең донъяла иң оло хәсрәт икәнен билдәләп. Һуңғы йылдарҙа бәхетле бала саҡтан мәхрүм сабыйҙарҙы ҡурсалап, ғаиләләргә урынлаштырыуҙы хәстәрләүгә дәүләт ҙур иғтибар бирә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу республика үҙәге етәксеһе Таңһылыу Һөйөндөкова йәмғиәттең бөгөн етемлек проблемаһын тәрәнерәк аңлай барыуы тураһында бәйән итә. Альмира Кирәева ҡорған был әңгәмә «Йортоғоҙға ҡунһын аҡ ҡауҙы» тип исемләнгән.
«Үҙеңә тәғәйен юлды, йәшәү асылын табыу еңел түгел. Ҡайһы берҙә эҙләнеүҙәргә ярты ғүмереңде бағышларға, яҙмыштың әсе ел-дауылдарын татып, күңелеңде мең һыҙланыуҙарға, инаныуҙарға дусар итә-итә үҙеңде асырға ла тура килә шул. Яҙҙың үҙе кеүек һылыу, наҙлы, ялҡынлы йөрәкле Зилә Аксенова ла кешеләргә ярҙам итеүҙе хәстәрләгән изге ғәмәлгә тотонор алдынан байтаҡ тормош һынауы үтә». Әлеге көндә «Сәләмәт ғаилә» медицина үҙәген етәкләгән егәрле ханымдың тормош фәлсәфәһе Альбина Ғөбәйҙуллина ойошторған «Үҙ асылыңа өлгәшеү» тигән әңгәмәлә асыла.
«Борон ҡалаҡты башҡорттар күберәк баҡыр, көмөш, алтындан ҡойған», – ти Гөлнара Хәлфетдинова үҙенең «Ялтыр ғына табаҡ, көмөш ҡалаҡ» тигән яҙмаһында. Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешендәге һауыт-һаба тарихына байҡау, һис шикһеҙ, һәммәһендә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Башҡортостанда һәм унан ситтә төрки телле мәҡәл һәм әйтемдәр күпләп һаҡланған. «Рухи ҡомартҡыларыбыҙ» рубрикаһында билдәле тарихсы Иршат Йәнбирҙин боронғо Өфө ҡалаһы ҡәберлегендә табылған еҙ ҡаптырмала, Арҡайым ҡалаһындағы көршәк тышында, Аҡташ (Иглин районы) ҡалаһында табылған ҡәләм һыртындағы әйтемдәргә аңлатма бирә.
Әҙәбиәт һөйөүселәр Ейәнсура районынан Земфира Аҡбутинаның «Тәүге ҡар» хикәйәһен, өс автор — Миләүшә Ҡаһарманова, Сәфинә Хәкимова, Зөһрә Килдинаның шиғырҙарын уҡый ала. Гөлшат Ҡунафина алып барған «Ҡулыңдан һөйөн», «Шәп баҡсасы», «Тәмлекәс» рубрикалары уңған хужабикәләр күңеленә хуш килер. Былтырғы конкурста еңеүселәр тегеү һәм аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ноябрь һанында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә республика матбуғатына яҙылыусылар араһында конкурс иғлан ителде. Әлеге һанда ҡиммәтле бүләктәр: телевизор, микротулҡынлы мейес һәм мультибешергес отҡан алты еңеүсенең исем-фамилияһы баҫылған.
«21 еңеүсенең алтауһы беҙҙең журналдың уҡыусыһы булыуы — бик ҡыуаныслы, — тип билдәләнеләр журналда. — Ҡәҙерле дуҫтар! Был конкурстар быйыл да дауам итәсәк. Яратҡан «Башҡортостан ҡыҙына» яҙылып, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!».