Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
11:13 (UTC+5), 16 Март 2016

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосопов вафат булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ның һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, республиканың Яҙыусылар союзы ағзаһы Тимербай Йосопов оҙаҡ ауырығандан һуң 78-се йәшендә вафат булды.
Мәрхүм менән хушлашыу 18 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙа.
Тимербай Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Дыуан районының Түбәнге Әпсәләм ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Ҡыйғы районы гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Бөрйән районы мәктәбендә уҡыта, күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй, Әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була. Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. Тимербай Йосоповтың әүҙем ижад эшмәкәрлеге 1960 йылдарға ҡарай. 1968 йылда донъя күргән «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығында шағир һуғыш ауырлыҡтарын ғорур еңеп сығыусы тотош бер быуындың яҙмышын сағылдыра. Ул 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы, уларҙың һәр береһен китап уҡыусылар оло ваҡиға итеп ҡабул итә. Тимербай Йосоповтың улы Булат Йосопов — Рәсәйҙә билдәле кинорежиссер.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика