ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың Милли музейында күренекле дәүләт эшмәкәре, легендар комбриг
Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ҡатнашыусылар 1921-1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты урынлашҡан бинала Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ ҡуйырға, геройға бағышланған фильм төшөрөргә, фотоальбом сығарырға, Өфөлә һәм уның тыуған яғы Учалы районында һәйкәл асырға тигән тәҡдим индерҙе.