Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2016, 12:07
Әҙәбиәт йылының тамамланыуы уңайынан төбәктә «Тыуған яғыма — һөйөү йырҙарым» йыйынтығы баҫылды
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хәйбулла районында «Тыуған яғыма — һөйөү йырҙарым» исемле шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтығы донъя күрҙе. Унда Хәйбулла районындағы 70-тән ашыу авторҙың башҡорт һәм рус телдәрендәге шиғырҙары, хикәйәләре тупланған. Йыйынтыҡҡа йәш яҙыусыларҙың — уҡыусыларҙың әҫәрҙәре лә ингән.
Китапты яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатова төҙөгән. Йыйынтыҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Хәйбулла районы әҙәби йылъяҙмала» тигән мәҡәләһе менән асыла. Китаптың тиражы — 500 дана.
Әҙәбиәт йылын ябыу һәм Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһында йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы. Тантанала бөтә авторҙар ҙа тиерлек ҡатнашты.
Теги:
әҙәбиәт
китап сығарыу
Читайте нас