Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
12:43 (UTC+5), 18 Ғинуар 2016

Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда керәшен йыры фестивалендә Гран-приға лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан вәкилдәре Ҡазанда уҙған «Раштыуа йондоҙо» VIII керәшен йыры фестивалендә Гран-при яуланы. Баҡалы районынан «Һандуғас» ансамбле еңеүсе тип танылды.
Район хакимиәтенең рәсми порталында хәбәр итеүҙәренсә, балалар фольклор коллективы етәксеһе Ольга Рыцева — йыр буйынса талантлы педагог. Ул керәшендәрҙең мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә.
Бәйгелә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Мари Иленән һәм башҡа төбәктәрҙән артистар ҡатнашты. Фестивалдең маҡсаты — үҙенсәлекле ансамблдәрҙе һәм солистарҙы, халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы асыҡлау.
Конкурс ете номинация буйынса уҙғарылды: «Этник вокал», «Халыҡ вокалы», «Фольклор-эстрада вокалы», «Фольклор ансамбле», «Вокаль ансамбль», «Вокаль-инструменталь ансамбль» һәм «Инструменталь ансамбль».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика