Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
11:54 (UTC+5), 14 Января 2016

«Һуңғы йәйләү» спектакле «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестивалендә күрһәтеләсәк

Роман Шумнов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Һуңғы йәйләү» («Йот») спектакле Силәбелә «Театр кешеһе» халыҡ-ара фестиваль-лабораторияһында ҡатнаша. Фестиваль 3 мартта Яңы художестволы театр сәхнәһендә башлана.
«Театр кешеһе» фестивале өс йыл элек булдырылған һәм сит ил, Рәсәй театрҙарының лайыҡлы спектаклдәре менән таныштырыу өсөн абруйлы майҙансыҡ тигән исем яулаған. Силәбе тамашасыһы менән аралашыу өсөн Сербия, Израиль, Молдавия, Грузия һәм Рәсәйҙән театр коллективтары килә.
Фестиваль өс майҙансыҡта уҙғарыла. Спектаклдәр һәм уларҙы тикшереү онлайн трансляциялана.
Ҡаҙаҡ драматургы һәм сценарисы Олжас Жанайдаровтың «Йот» спектаклен режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған, уның премьераһы октябрь айында уҙҙы. Спектаклдәге ваҡиғалар Ҡаҙағстанда үткән быуаттың 30-сы йылдары башындағы ҡот осҡос аслыҡ осоронда бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика