Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
11:30 (UTC+5), 11 Января 2016

Йырсы Әлфиә Кәримова Италия сәхнәһендә заманса Донна Анна ролендә сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, хәҙер иһә Ҡаҙағстандың «Астана-Опера» театры солисткаһы Әлфиә Кәримова Генуяның (Италия) төп опера театрында сығыш яһай. 31 ғинуарҙа, 2 һәм 6 февралдә йырсы Моцарттың «Дон Жуан» операһы премьераһында Донна Анна ролен башҡара.
Әлеге ваҡытта Әлфиә Кәримова опера өҫтөндә эшләй башлаған. «Төп партияларҙы башҡарыу ваҡыт, даими шөғөлләнеүҙе талап итә, шунһыҙ үҫеш юҡ. Моцарттың опералары бик ҡатмарлы, бында иркен тынлы, көслө тауыш кәрәк», — тип билдәләй йырсы.
«Астана-Опера» театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спектаклде Италия режиссеры Розетта Кукки ҡуя. Опералағы ваҡиғалар 1980 йылдарҙа Америкала бара. Режиссер әйтеүенсә, Дон Жуан модалы барҙа йондоҙға, ә Донна Анна уны йөрәген яулаған нәзәкәтле ханымға әүерелә.
Әлфиә Кәримова — танылған опера йырсыһы, Өфө сәнғәт академияһында профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлаған. Күп һанлы халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Башҡортостан сәхнәһендә ул байтаҡ опера партияларын башҡарҙы. 2013 йылда йырсының концерты ҙур уңыш менән үтте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика