09:05 (UTC+5), 30 Декабря 2015

Баш ҡалала Башҡортостандың беренсе мәҙәниәт министры хаҡында китап баҫылып сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Үлемһеҙлеккә юл: Сөләймән Сәйетбатталов» тигән китап донъя күрҙе. Баҫма күренекле дәүләт эшмәкәре Сөләймән Сәйетбатталовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала. Китапта БАССР-ҙың беренсе мәҙәниәт министрының тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бәйән ителә.
Ҡушымтала Сөләймән Сәйетбатталовтың матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, документтары һәм хаттары бирелгән. Ҡыҙы Алһыуҙың хәтирәләрендә ул үҙ республикаһының илһөйәре, кешеләр яҡшы йәшәһен өсөн бөтә көсөн һалған эшсән булып күҙ алдына баҫа. Китаптың авторы һәм төҙөүсеһе — Алһыу Сәйетбатталова. Баҫмала ғаилә архивынан фотоһүрәттәр һәм документтар файҙаланылған. Йыйынтыҡ рус телендә баҫылған.
Китап продукцияһын «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин. Адресы: Октябрь проспекты, 2.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика