Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+10 °С
09:35 (UTC+5), 11 Декабрь 2015

Баш ҡалала «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең етенсе томы донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең VII томы баҫылып сыҡты. Унда П, Р һәм С хәрефтәренән башланған һүҙҙәр тупланған. Һүҙлек төрлө лексик материалды, киң таралған диалектизмдарҙы, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәрҙе, фәнни һәм халыҡ терминологияһын үҙ эсенә алған.
Һүҙҙәрҙең һәм фразеологик берәмектәрҙең аңлатмаһы башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән. Баш һүҙ иһә — башҡорт, рус, инглиз, төрөк телдәрендә.
Һүҙлектең етенсе томын филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова редакцияһы аҫтында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Баҫма журналистарға, нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәғәйенләнгән. Ул башҡа өлкәләрҙә эшләгән белгестәр, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә кәрәкле ҡулланма буласаҡ.
Фәнни баҫманы «Китап» нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика