Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2015, 17:38
Төбәктә Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһындағы заманса граффити юйылды
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһындағы заманса граффити тулыһынса юйылды. Таҙартыу буйынса саралар 22 ноябрҙә башланған Халыҡ-ара экспедиция сиктәрендә уҙғарыла. Уның маҡсаты — боронғо мәмерйә стенаһындағы хәҙерге һүрәттәрҙе юйыу.
Экспедицияла Европала билдәле реставратор Гийаме Антон Эдаль, Австрияның Инсбрук университетынан геология-минерология фәндәре кандидаты Юрий Дублянский һәм А.П.Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институтының ғилми хеҙмәткәре, Шүлгәнташ мәмерйәһе стенаһына төшөрөлгән рәсемдәрҙе өйрәнеүсе Юрий Ляхницкий ҡатнаша. Халыҡ-ара белгестәргә республика Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге, «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә.
Гийаме Антон әфәнде билдәләүенсә, башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Стеналарҙы таҙартыу өсөн тәбиғи компоненттар: мәмерйәләге һыу һәм ҡом ғына файҙаланыла. Төп эш ҡоралы — мамыҡ таяҡсалар һәм бумала.
Теги:
экология
шүлгәнташ
Читайте нас