Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
08:11 (UTC+5), 29 Сентября 2015

Башҡорт драма театрының яңы ижад миҙгелендәге тәүге премьераһы йотлоҡҡа арналған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Мәскәү драматургы һәм сценарист Олжас Жанайдаровтың әҫәре буйынса «Йот» драмаһының репетициялары бара. Театрҙа ойошторолған матбуғат конференцияһында хәбәр итеүҙәренсә, спектаклдең премьераһы 16-17 октябргә тәғәйенләнгән.
Пьесала уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы ҡот осҡос аслыҡ һүрәтләнә. Ваҡиғалар Ҡаҙағстанда бара. Спектакль өҫтөндә билдәле режиссер Айрат Абушахманов эшләй.
«Беҙ халыҡҡа аслыҡты күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, ә кешеләрҙең ауырлыҡтарҙы нисек үткәреүе хаҡында һөйләргә теләйбеҙ. Меңдәрсә түгел, миллиондарса кеше йотлоҡ ҡорбаны була. Автор 30-сы йылдарҙағы һәм бөгөнгө ваҡиғаларҙы сағыштырып һүрәтләй», — тине театрҙың директоры Олег Ханов.
Ҙур сәхнәлә барасаҡ спектаклдә биш кенә актер ҡатнаша. Төп ролдә — йәш актер Фәнис Рәхмәтов.
«Йот» пьесаһы менән поезда, Аҡтауға барғанда таныштым. Мин шаңҡып ҡалдым! — тип һөйләне Фәнис Рәхмәтов. — Был яңы документаль драма, автор булған фажиғәне һүрәтләй. Һуңынан интернетта ошо тема буйынса мәғлүмәттәр менән таныштым, фотоһүрәттәрҙе ҡараным, башҡорт яҙыусыһы Рәлис Ураҙғоловтың «Аслыҡ» романын уҡып сыҡтым. Роль өсөн сәсемде киҫтерергә тура килде».
«Йот» драмаһының премьераһы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 96-сы ижад миҙгелендә тәүге премьера буласаҡ.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика