Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
07:16 (UTC+5), 07 Сентябрь 2015

Ырымбур өлкәһендә «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы дауам итә. Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы булды. Шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина Ҡоролтайҙың урындағы башҡарма комитетына сәхнә тултырып китаптар бүләк итте. Ырымбур башҡорттары Башҡортостан журналистарына рухи байлыҡ алып килгәндәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Башҡорт теле буйынса ҡулланмалар, шиғыр һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, Башҡортостан тарихы буйынса әҫәрҙәр, «Башҡортостан», «Киске Өфө» гәзиттәре, «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдары мотлаҡ үҙ уҡыусыһын табыр, тип ышанам», — тине Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Миңнулла Ғәбитов.
Иҫегегеҙгә төшөрәбеҙ, Әҙәбиәт йылына арналған проект Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы китапханалары һәм мәктәптәре өсөн башҡорт телендәге китаптар йыйыуҙы күҙ уңында тота. Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы. Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәре ошо акцияны иғлан итеүгә нигеҙ булған.
Июлдә бер төркөм яҙыусылар, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре Силәбе өлкәһенә барҙы. Шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр, сатирик Венер Исхаҡов, прозаик Айгиз Баймөхәмәтов Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында, Силәбе ҡалаһында ижади осрашыуҙар үткәрҙе. Һәр осрашыуҙа махсус йыйылған китаптар тапшырылды.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика