«ZЕВС» — Игорь Савельевтың «Эксмо» нәшриәтендә баҫылған икенсе китабы. Йәш яҙыусының «Терешкова Марсҡа оса» тигән тәүге романы өс йыл элек донъя күрҙе һәм уҡыусылар, тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. 2013 йылда был роман инглиз һәм француз телдәрендә нәшер ителде, Өфөлә иһә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы менән билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 һәм 5 сентябрҙә Мәскәүҙә яңы китаптың
исем туйҙары үтә.