Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:17 (UTC+5), 26 Августа 2015

Татарстанда республика делегацияһы Туфан Миңнуллинды иҫкә алыу сараларында ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Туфан Миңнуллинды иҫкә алыу сараларында ҡатнашты. Ҡазанда күренекле драматургтың, Татарстандың халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан хөрмәтләп иҫкә алдылар.
Сараға Татарстан дәүләт Советы депутаттары, татар һәм башҡорт яҙыусылары, Ғ.Камал исемендәге Татар театры вәкилдәре, драматургтың хеҙмәттәштәре һәм яҡындары килде. Йыйылыусылар Иҫке татар зыяратында яҙыусының ҡәберенә сәскәләр һалды.
Мемориаль саралар көҙ көнө дауам итәсәк. 5 октябрҙә Татарстандың баш ҡалаһында Ҡазан, Астана, Йошкар-Ола, Ырымбур, Өфө, Туймазы, Салауат театрҙары ҡатнашлығында Туфан Миңнуллиндың спектаклдәре декадаһы асыла. 6 октябрҙә Ҡазанда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Мин — ҡатын-ҡыҙ» спектаклен сәхнәгә ҡуя.
20 октябрҙә Өфөлә лә Туфан Миңнуллинды иҫкә алыу көнө уҙғарыла. Камал һәм Тинчурин исемендәге театр артистары драматургтың әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика