Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Август 2015, 19:00

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы: Мәскәүҙе яулаған ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштарына бергәләп ҡыуанайыҡ!

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының август һаны донъя күрҙе. Журналистар республикала йәшәүсе уңышлы, ҡыҙыҡлы һәм лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында яҙыуын дауам итә.
«Иң яҡшы лицей-интернат»ты етәкләгән йыл директоры ниндәй булырға тейеш? Был һорауға яуапты уҡыусыларыбыҙ журнал биттәрендә таба ала. «Йырлы йәндең алсаҡ ҡояшы». Гөлназ Ҡотоеваның ошондай баш менән исемләнгән мәҡәләһе – Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән тынғыһыҙ етәксе, талантлы уҡытыусы, Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Римма Ғөбәйҙуллина хаҡында.
Был төбәктең тарихы китапҡа һөйөү һәм белемгә ынтылыш менән тығыҙ үрелгән. Борайҙағы китапхана республикала боронғолар иҫәбендә. Райондың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Йәнгирова ла – «китап ене ҡағылған»дарҙан. Гөлнара Хәлфетдинованың «Ул үҙе лә матур китап һымаҡ» тип аталған мәҡәләһе – һөнәренең оҫтаһы булған ошо гүзәл ханым хаҡында.
«Яурындарына һибелгән сәсен елберҙәтеп килеп ингән гүзәл шаян яҙғы елде хәтерләтә ине. Кисәге мәктәп уҡыусыһылай күренгән был һылыуҙа донъя финанс баҙарында үҙен һыуҙағы балыҡтай һиҙгән иҡтисадсыны, абруйлы банктың ҙур тармағы башлығын ҡапыл ғына сырамытыуы ла мөмкин түгел», – тип яҙа Альмира Кирәева. 32 йәшендә тәжрибәле финанс белгесе булып танылып, абруйлы банктың операция-иҫәп идаралығын етәкләгән, донъялағы күп ваҡиғаларҙы миһырбанлы йөрәге аша үткәреүсе замандашыбыҙ, әсәһе өсөн йәнен бирергә әҙер, уны тын алышынан тойған ҡыҙ, һоҡланғыс әсә Алина Хөсәйенова хаҡындағы мәҡәлә 8-се биттә урын алған.
Гөлдәр Сәлихованың «Көмөш шишмәләрҙән күскән моң» тип аталған мәҡәләһе Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, абруйлы педагог-профессор Зөлфирә Фәрхетдинованың тормош юлы һәм ижадына арналған. «Тормошто яратып йәшәгән кешеләрҙең йөҙҙәренән, күҙ ҡараштарынан ниндәйҙер йылылыҡ, яҡты нур бөркөлөп торғандай. Ошо яҡтылыҡтан, йылылыҡтан башҡалар ҙа йөрәгенә ҡуҙ, күңеленә им ала. Һөйөклө әсәй, ышаныслы тормош юлдашы булған Зөлфирә ханымдың да яҡындары ҡояш нурына тартылғандай уға һыйына. Ә уның күңел йылыһы барыһына ла етә», – ти автор.
«Борон һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышанған ата-бабаларыбыҙ изге теләктәр юллап, һәр яңы эшкә фатиха алған. Төпләнергә тыныс урын һайлау, йорт һалыу, ҡоҙоҡ ҡаҙыу кеүек мөһим эштәргә генә түгел, хужаның һәм хужабикәнең булдыҡлылығын, уңғанлығын сағылдырған кейеҙ баҫыу, ситән үреү, ҡорама ҡорау, аш-һыу яраштырыу, йөн иләү, тегеү-сигеү кеүек кәсептәргә лә оло мәғәнә һалып, йола-тәртибен шартына килтереп үтәгән», – тип яҙа Альбина Ғөбәйҙуллина. Уның Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылы оҫталарының «Һөнәрмәндәр байрамы»нан алған тәьҫораттары менән «Милли йолаларыбыҙ» рубрикаһында танышырға мөмкин.
«Әҙәби балҡыш» рубрикаһы аҫтында иһә Тәскирә Даянованың «Ташлама, һөйөклөм, китмә!» хикәйәһен һәм Франгизә Илбәкованың шиғырҙары урын алған.
«Башҡорт ҡыҙҙарының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Һуңғы йылдарҙа уларҙың яңынан-яңы өлкәләрҙе яулап, ятыраҡ юҫыҡтарҙа ла маһирҙарҙың-маһиры булып китеүҙәре һөйөндөрә. Мәскәүҙе яулаған режиссер ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштарына ла бергәләп ҡыуанайыҡ!» – тип яҙа Гөлнара Буранҡаева. Исемдәре Рәсәй кимәлендә билдәле булған режиссерҙар Гөлназ Ғәлимуллина менән Флүзә Фархшатова хаҡында «Йондоҙло яңылыҡтар» рубрикаһы бәйән итә.
«Ул йылдарҙың даны мәңгелек» бәйгеһе дауам итә. «Йөҙҙө ҡыуған Гөлзифа инәйҙең яҙмышын тетрәнеп тыңлап, ишеткәнемде «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларына һүҙмә-һүҙ еткерергә теләйем», – тип яҙа Мәсетле районынан Сажиҙә Фәйзрахманова. «Яҙмыштарҙан көслөрәк» рубрикаһында иһә республикабыҙҙа 15 йыл юстиция министры булып эшләгән Ләлә Әмирова-Калюжная хаҡында уҡый алаһығыҙ. Унынсы тиҫтәһен ваҡлаған һоҡланғыс ханыма арналған мәҡәлә «Мин тормошто яратам!» тип аталған. «Ер шары буйлап» рубрикаһында Рим Хажин Бангладешҡа сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән бүлешә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тышҡы ҡиәфәтеңде хәстәрләү, үҙеңә күберәк ваҡыт бүлеү өсөн мөмкинлектәр асыла. Йылдар дауамында йыйылған тәжрибәне ҡулланыу һәм бығаса ҡул етмәгән эштәрҙе атҡарыу өсөн иң уңайлы мәл. Балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе яҡшы кәйеф менән балҡып ҡаршы алыу ғына ниндәй шатлыҡ! Ә бит кәйеф күтәренкелеге тышҡы ҡиәфәткә лә бәйле. Журналдың был һанында тегенсе-дизайнер Сайма Хәсәнова иң күркәм йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға кейем өлгөләрен күрһәтә. Моделдәр – С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова менән Аэрофлот отличнигы Зөлфирә Күсәрбаева.
«Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһы еңел генә итеп һыуытҡыс-сумка эшләргә өйрәтә. Журналдың был һанында шулай уҡ ҡомалаҡтан әсетке яһап икмәк бешереү, йәшелсә-емеште ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу серҙәре лә күрһәтелә. «Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! «Башҡортостан ҡыҙы» журналы иғлан иткән «Ул йылдарҙың даны мәңгелек», «Әсә йөрәге», «Ҡорамасылар бәйгеһе» лә дауам иткәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Һеҙҙең хаттарығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ», — тип мөрәжәғәт итә журнал хеҙмәткәре Гөлшат Ҡунафина республикала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарға.
Читайте нас: