Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:20 (UTC+5), 23 Июля 2015

Сулпан Билалованың баш ҡалала асылған күргәҙмәһендә тәүге тапҡыр Голландиянан килтерелгән рәсемдәр ҡуйылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә Сулпан Билалованың «Таш йыйыусылар» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Сулпан Билалова — билдәле башҡорт рәссамы, хәҙер Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты.
«Беҙ барыбыҙ ҙа тәбиғәт балалары, таштар иһә беҙҙе ғүмер буйына оҙатып йөрөй, — ти рәссам. — Күргәҙмәнең исеменә тәрән мәғәнә һалынған: минең өсөн таштар йыйыу мәле етте, был эштәрҙең барыһы ла ошо коллекцияға тупланыуы осраҡлы түгел».
Өфөләге күргәҙмәгә ҡуйылған эштәрҙең яртыһы Башҡортостанда төшөрөлгән. Автор нәфис рәүештә гүзәл бала саҡ донъяһын һүрәтләй. Улар араһында «Иҫке ҡоҙоҡ», «Таш йыйыусы», «Әсәй бишеге» — «Атай бишеге», «Ҡояш аҫтындағы батшалыҡ», «Тауыҡ», «Дегәнәк» картиналары бар. Баш ҡала тамашасыһына тәүге тапҡыр тәҡдим ителгән был рәсемдәр музыка, әҙәбиәт, тәбиғәт күренештәренән алынған тәьҫораттарға бағышланған.
Күргәҙмәне асыуҙа рәссамдар, сәнғәт белгестәре, шулай уҡ Норвегиялағы арт-галерея директоры Юстинус Ван Нистелроой ҡатнашты. Ул картиналарҙы Голландиянан Башҡортостанға килтереүҙе ойошторорға ярҙам иткән.
Сулпан Билалованың күргәҙмәһе 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Рәссам менән интервьюны «Электрогазета»ның киләһе сығарылышында уҡығыҙ.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика